+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
8 Декабрь 2017, 02:25

Тағы ла бер кадет синыфы!

Баш ҡаланың 116-сы мәктәбендә, 96-сы лицейҙа ла «Йәш ҡотҡарыусы» программаһы буйынса уңышлы белем алалар. Инде бына 157-се мәктәптә лә кадет синыфы барлыҡҡа килде.

Баш ҡаланың 116-сы мәктәбендә, 96-сы лицейҙа ла «Йәш ҡотҡарыусы» программаһы буйынса уңышлы белем алалар. Инде бына 157-се мәктәптә лә кадет синыфы барлыҡҡа килде. Унда йыйылған тәүге 25 ҡыҙ һәм егет мәртәбәле ҡунаҡтар алдында хәрби ант ҡабул итеп, погондар алды. Йәш кадеттарға байраҡ тапшырыу ҙа тантаналы шарттарҙа үтте.

Хәҙер был хәрби синыфтың уҡыу программаһына физкультура һәм тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәренән өҫтәмә сәғәттәр өҫтәлде. Бынан тыш, унынсыларҙы уҡытыу граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр уҡыу-методика үҙәгендә, эҙләү-ҡотҡарыу отрядында ла алып барыласаҡ. Курс тамамланғас, медицина, янғынға ҡаршы, психологик әҙерлек буйынса имтихандар ҡабул ителеп, документ та тапшырыласаҡ. Был уларға йүнәлешле уҡыу йортона ингәндә өҫтөнлөк бирәсәк.

Г. ФАКИЛОВА.

Читайте нас: