Октябрь айында «Капитандар – минең тәүге бизнесым» Бөтә Рәсәй конкурсы старт алғайны. Уның барышында уҡыусылар, студенттар бизнес идеялары менән таныштыра, үҙҙәренең башланғыс эштәрен тормошҡа ашыра ала. Бәйге өлкән синыф уҡыусыларының интеллектуаль, ижади һәләттәрен, илдә йәштәр эшҡыуарлығын үҫтереүгә йүнәлтелгән, «Рәсәй – мөмкинлектәр иле» асыҡ платформа сиктәрендә Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса ойошторолған.
Йәш эшҡыуарҙар өсөн 7-еһенән 10 декабргә тиклем илебеҙҙең 32 ҡалаһында бизнес лагерҙар ҙа эшләне. Баш ҡалабыҙҙа ул «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһында ойошторолдо. Бында финалға сыҡҡан, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән 60 кешегә ҡатнашыу бәхете тейҙе. Эшҡыуар булырға теләгән ҡыҙҙар һәм егеттәр менән республика Башлығы Рөстәм Хәмитов та күрешеп, ихлас аралашты. Йәш быуынға өмөт бағлап, киләсәктә ҙур уңыштарға ирешеүҙәрен теләне.