Бында килеүсе балалар өсөн цирк тамашаһы, фойела әкиәт геройҙары, Ҡыш бабай, Ҡарһылыу ҡатнашлығында ҡыҙыҡлы уйындар ҙа ойошторолдо. Төрлө төҫтәргә сорналып балҡыған ҡупшы шыршыҡай эргәһендә улар менән иҫтәлеккә фотоға ла төштөләр.
– Быйыл минең йылым бит. Шуғалырмы икән, уңыштарым күп булды. Киләһе Эт йылында ла олимпиадаларҙа ҡатнашып, күберәк еңеүҙәр яуларға теләйем, – ти ул.
Байрамда ҡурай тотоп йөрөгән малайҙар ҙа иғтибарҙы йәлеп итмәй ҡалманы. Баймаҡ районынан икәндәр.
– Атайым, ҡартатайым да ҡурайҙа уйнай. Мин уларҙың юлын дауам итәм. Быйыл Күмертау, Октябрьский ҡалаларына сығыш яһарға ла барҙым, – ти Байыш мәктәбенән килеүсе Батыр Дәүләтшин.
Баймаҡтағы 2-се мәктәптә белем алыусы Батыр Әминев тә ҡурайҙа оҫта уйнай. «Урал батыр» эпосын сәхнәләштереү, шиғыр һөйләү буйынса район конкурстарында ҡатнашып, Маҡтау грамоталары алған.
– 13 бала алып килдек. Улар – барыһы ла уҡыу алдынғылары, спорт, фәнни эш менән әүҙем шөғөлләнеүселәр. Бер-береһе менән танышып, дуҫлашып алдылар инде. Шыршы байрамы бик оҡшай. Рәхәтләнеп ял итәбеҙ, – ти был балаларҙы алып килеүсе етәкселәре Айгөл Хәйерзаман ҡыҙы Үҙәнбаева.
Шыршы байрамында йырсы, бейеүсе, спорт менән дуҫ балаларҙы ла осраттыҡ. Ейәнсура районы Иҙәш мәктәбенән Айҙар Ҡунаҡбаевты, бәлки, беләһегеҙҙер ҙә әле. Ул «Сулпылар» телевизион бәйгеһе финалында III урын алыу бәхетенә ирешкән. Өс йәштән йырлай. Ғаиләләре менән йыр-моңға, бейеүгә ғашиҡтар.
Төрлө район, ҡалаларҙан йыйылған иң-иңдәрҙе мәғариф министры Гөлназ Радмил ҡыҙы Шафиҡова ихлас тәбрикләп, өр-яңы йылда ла тырышып уҡыуҙарын, төрлө бәйге-ярыштарҙа һынатмауҙарын, еңеү яулауҙарын теләне.
Фойела ҡыҙҙар, малайҙарҙы «Яңы йыл тауышы»тигән мөғжизәле әкиәт тамашаһы көтә ине. Ҡыш бабай байрамдың ғәҙәттәгесә булыуын теләй: шыршы, өҫтәлдә – мандариндар, «Үҫте урманда шыршыбыҙ» тигән йыр яңғырауын. Ә Ҡарһылыу презентация әҙерләп, яңыса йырҙар, технологиялар индерелеүен көтә.
Бына шундай матур, музыкаль тамаша ҡарап, онотолмаҫ тәьҫораттар, иҫтәлекле бүләктәр алып, ҡыуанып-шатланып ҡайтырға юлланды балалар.