Яңы йыл яҡынайған һайын Әтәс нығыраҡ борсолдо. Эштәре Тауыҡ сүпләһә лә бөткөһөҙ бит. Ни тиһәң дә, йыл хужаһы булыу еңелдән түгел икән шул. Хәҙер Эт алдында яуап тоторға кәрәк. «Бөтә эште миңә ҡалдырғанһың», – тип бәйләнерлек булмаһын. Юғиһә, ләүкелдеге сыға торған.
Әтәс йәһәт кенә «Йәншишмә»нең йыллыҡ төпләмәһен ҡарап сыҡты. Матур эшләгәнбеҙ икән, тип ҡуйҙы. Географиябыҙ ҙа бай булған. Төрлө тарафтарҙан хаттар күп килгән. Бигерәк тә әбйәлилдәр, ғафуриҙар, өфөләр, бөрйәндәр, хәйбуллалар ҡыуандырҙы. Асҡын, Баймаҡ, Дүртөйлө, Күгәрсен райондары ла әүҙемләшеп киткән икән.
Ә тырыштарға һәр ваҡыт тейешле баһа бирелергә тейеш. Ләкин бындай мөһим эште Әтәс бер үҙе генә хәл итә алмаясаҡ. Һәр ваҡыттағыса, Ҡыш бабайҙың ярҙамы кәрәк булды. Тиҙ генә кеҫә телефонын алып, шылтыратырға тотондо.
– Алло, Ҡыш бабай, тиҙ генә килеп ет. Һинең ярҙамың кәрәк.
– Ваҡытым бик тығыҙ бит әле. Ниндәй ашығыс хәл тағы?
Әтәс тиҙ генә эштең ниҙә икәнлеген аңлатып бирҙе.
– О-о-о, улай булғас, көтөп тор. Хәҙер килеп етәм. Яҡынса барлап сыҡҡайным инде, минән башҡа башламай тор, – тип телефонын шарт һүндереп, Матбуғат йортона ашыҡты. Күп тә үтмәй, ике бите ҡып-ҡыҙыл булып килеп тә инде. Иң әүҙем яҙышыусыларҙың исемлеген күҙҙән үткәргәс, Ҡыш бабай Өфөнөң 20-се мәктәбенән Руфина ЛОҠМАНОВА, Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылынан Мөнирә ИГЕБАЕВА, Йылайыр районының Һабыр мәктәбенән Айгүзәл УРАҠОВА, Туймазылағы 2-се мәктәптән Аделина БУЛАТОВА, Баймаҡ районының Өмөтбай мәктәбенән Азалиә КАМАЛОВАларҙың да исемдәрен телгә алып үтте. Эй, иғтибарлы ла инде үҙе. Береһен дә күҙ уңынан ысҡындырмаған. Был балаларға әҙ генә тырышырға кәрәк, тине, ә киләһе йыл хужаһына уларҙың ижадына иғтибарлыраҡ булырға ҡушты.
Ә «Йәш хәбәрсе» тигән маҡтаулы исемгә быйыл Бөрйән районы Байназар мәктәбенән Зилиә БУРАНБАЕВА, Сәлимә ДӘҮЛӘТШИНА, Күгәрсен районы Яңы Хвалын мәктәбенән Гөлфиә КИЛСЕНБАЕВА, Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһынан Нурсилә ӘХМӘТОВА, Ишембай ҡалаһындағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт интернат-гимназияһынан Гөлсәсәк ШӘРИПОВАлар лайыҡ булды.
Ҡыҙҙар һеҙҙе маҡтаулы исемдәрегеҙ менән ҡотлайбыҙ. Киләсәктә лә шулай әүҙем, өлгөр, фекерҙәрегеҙ тос, ҡәләмегеҙ үткер булһын!