+15 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
11 Ғинуар 2018, 18:24
Афарин, өмөтбайҙар!
О-о, нимәләр генә юҡ! Кит, ҡусҡар, ташбаҡа, пингвин… Смешариктар нисек матур һуң! Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуға, ҡарҙан эшләнгән шыршыға ҡара әле! Күҙ яуын алырлыҡ! Уҙып киткән һәм алдағы йылдың символы Әтәс менән Эткә һоҡланмау мөмкин түгел. Быйыл ҡар аҙ булыуға ҡарамаҫтан, ниндәй һындар ҡалҡып сыҡҡан. Тирә-йүнде биҙәп ултыра улар.
Быйыл да Өмөтбай мәктәбе ҡар һындары эшләү бәйгеһенә әүҙем тотондо. Әйтелгән ваҡытҡа уҡыусылар һәм уҡытыусылар ғына түгел, ата-әсәләр ҙә ихлас йыйылды. Күмәкләшеп урын билдәләп, һәр синыфҡа эшләнәсәк һындарҙы бүлешеп алғас, эшкә берҙәм тотондоҡ. Берәүҙәр ҡар ташый, икенселәр һыу килтерә, өсөнсөләре ҡарға һыуҙы бутап тора, дүртенселәре әкиәт геройҙарын һынландыра.
Күмәкләгән – яу ҡайтарған. Ике көн буйы дәрестәрҙән һуң тырышыуыбыҙ бушҡа китмәне. Мәктәбебеҙ алды байрам төҫө алды, уға ҡарап кәйефтәр күтәрелде. Һәр уҡыусы үҙенең хеҙмәт емеше янынан һоҡланып һәм ғорурланып үтә башланы.
Йорт эштәрен ситкә ҡуйып, беҙгә ихлас ярҙам иткән атай-әсәйҙәргә ҙур рәхмәт! Бына улар: Розалиә Ғәзизова, Гүзәл Һағынбаева, Таңһылыу һәм Айбулат Ғайсиндар, Гөлфиә Сәғәҙәтова, Эльвира Ноғаманова, Лира Хәҙиева, Зәлифә Ҡотлогилдина, Фәһим Садиҡов, Ринат Ғүмәров, Рәмилә Бүләкова, Айгөл Камалова, Әнүзә Ғүмәрова, Хәтифә Баһауетдинова, Мөнир Хәлитовтар…
Шундай матурлыҡ ижад иткән өмөтбайҙарға афарин!
Альбина САДИҠОВА, уҡытыусы.
Баймаҡ районы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?