+15 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
11 Ғинуар 2018, 16:46
Изгелек ерҙә ятып ҡалмай
2018 — Рәсәйҙә Ирекмәндәр йылыДонъяны матурлыҡ ҡотҡара, ти халыҡ. Ә минең уйлауымса, уны изгелек тә һаҡлай, ҡурсалай. Һәр кемдең ҡылған эше яҡшылыҡ менән тулы булһа, беҙҙең донъябыҙ тағы ла яҡтыраҡ, бөтөнөрәк, тирә-яғыбыҙ таҙараҡ булыр ине. Шуға күрә лә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2018 йылды илдә Ирекмәндәр йылы итеп иғлан итеүе бик дөрөҫтөр, тип һанайым.
2018 — Рәсәйҙә Ирекмәндәр йылы
Донъяны матурлыҡ ҡотҡара, ти халыҡ. Ә минең уйлауымса, уны изгелек тә һаҡлай, ҡурсалай. Һәр кемдең ҡылған эше яҡшылыҡ менән тулы булһа, беҙҙең донъябыҙ тағы ла яҡтыраҡ, бөтөнөрәк, тирә-яғыбыҙ таҙараҡ булыр ине. Шуға күрә лә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2018 йылды илдә Ирекмәндәр йылы итеп иғлан итеүе бик дөрөҫтөр, тип һанайым.
Ҡала кимәлендә Ирекмәндәр (волонтёрҙар) йылын асыу фестивале үткәрелеүен белгәс тә беҙ, һигеҙенсе синыф уҡыусылары, унда ҡатнашыу теләген белдерҙек. Тәрбиәселәребеҙ Нурия Нуриман ҡыҙы менән Рүзилә Иршат ҡыҙы ярҙам итте. Командабыҙҙың исемен, йырын, бейеүен бөтәһенә лә билдәле «Фиксики» йәнһүрәтенән алдыҡ.
Сарала барлығы 14 команда ҡатнашты. Һәр береһе фестивалгә етди әҙерләнгәйне. Ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов йәш ирекмәндәргә изге теләктәрен еткерҙе һәм эш пландары менән таныштырҙы. Байрамдан һуң бөтә командалар ҙа ҡала хакимиәтенең Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Ә беҙ, Алла бирһә, тик яҡшы эштәр генә ҡылырбыҙ, сөнки изгелек ерҙә ятып ҡалмай.
Эльвира АЛСЫНОВА.
Сибай интернат-гимназияһы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?