-6 °С
Болотло
VK
OK
Telegram
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
11 Ғинуар 2018, 16:44
Күңелле каникул көндәре
Бына көтөп алған Яңы йыл да килеп етте. Мәктәптәрҙә үткәрелгән Шыршы байрамдарынан һуң күңелле ҡышҡы каникул башланды. Уны һәр кем үҙенсә уҙғарырға тырыша. Ҡаланыҡылар ауылға ҡунаҡҡа ҡайтһа, ауылдыҡылар Өфөгә юлланды. Баш ҡалабыҙ ҡыш көнө бигерәк матур биҙәлә шул! Һоҡланып туймайһың!
Бына көтөп алған Яңы йыл да килеп етте. Мәктәптәрҙә үткәрелгән Шыршы байрамдарынан һуң күңелле ҡышҡы каникул башланды. Уны һәр кем үҙенсә уҙғарырға тырыша. Ҡаланыҡылар ауылға ҡунаҡҡа ҡайтһа, ауылдыҡылар Өфөгә юлланды. Баш ҡалабыҙ ҡыш көнө бигерәк матур биҙәлә шул! Һоҡланып туймайһың!
Ә мин һеҙгә үҙемдең нисек ял итеүем тураһында һөйләйем әле. Тышта көндәр матур торғанда өйҙә генә сыҙап ултырып буламы ни?! Ғаиләбеҙ менән тәбиғәт ҡосағына ашыҡтыҡ. Был юлы беҙ үҙебеҙ менән дуҫтарыбыҙ Ғиндуллиндарҙы ла эйәрттек. Ни тиһәң дә, бергә күңеллерәк тә инде. Юлға атайым, әсәйем, апайым Лилиана, Флүр ағай, Ҡәҙриә апай, Алина, Дания һәм мин – саңғыла, ә ҡустым Дамир – кәритәлә, Ынйы тюбингта сыҡтыҡ.
Биш саҡрым аралағы Ҡулстанға тиҙ барып еттек. Ә унда, әйтерһең дә, мөғжизәләр урыны! Ҡышҡы урман иҫ китмәле, ғәжәп матур шул! Унда рәхәтләнеп тау шыуып, туйғансы уйнап алғас, бергәләп ҡайнар сәй эсеү ҙә күңелле булды. Урманда ваҡыттың үткәне лә һиҙелмәй икән. Беҙ ҡайтырға сыҡҡанда ҡараңғы төшә башлағайны инде.
Икенсе көндө Илеш районы үҙәге Үрге Йәркәйгә өләсәйем менән ҡартатайыма ҡунаҡҡа киттек. Беҙҙе һағынып көтөп торғандар икән. Үҙебеҙ генә булманыҡ унда. Яныбыҙға ике туған ағайҙарым Артём менән Алмаз да килеп етте. Улар менән бергәләп һырғалаҡҡа барҙыҡ, конькиҙа шыуҙыҡ, ә ҡустым Дамир бәләкәй тауҙа рәхәтләнде генә. Беҙ көндәребеҙҙе уйнап ҡына уҙғарманыҡ, һеңлем менән өй йыйыштырҙыҡ, һауыт-һаба йыуҙыҡ, гөлдәргә һыу һиптек.
Бына шулай каникулым ҡыҙыҡлы үтә. Китап, гәзит-журналдар ҙа уҡыйым. Рәхәтләнеп ял итеп, беҙ мәктәпкә көс йыйып барасаҡбыҙ.
Аделина ҠАШҠАРОВА, V синыф уҡыусыһы.
Дүртөйлө районы, Исмаил мәктәбе.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Матбуғат
17 Май , 10:58
Яҙыл да бүләк от!
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Азык-төлеккә талон системасы кертелергә мөмкин
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...