+14 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
11 Ғинуар 2018, 18:22
«Шахматһыҙ – донъя йәмһеҙ!»
Кемегеҙ уны еңә алыр икән? Ай-һай, үҙегеҙгә бик тырышырға тура килер инде. Шахматты бигерәк оҫта уйнай бит Коля! Шах бабай биргән мәсьәләләрҙе лә тиҙ генә сисә һала, өс йыл рәттән гәзитебеҙ үткәргән бәйгелә лә еңеүҙәр яулап килә.
Кемегеҙ уны еңә алыр икән? Ай-һай, үҙегеҙгә бик тырышырға тура килер инде. Шахматты бигерәк оҫта уйнай бит Коля! Шах бабай биргән мәсьәләләрҙе лә тиҙ генә сисә һала, өс йыл рәттән гәзитебеҙ үткәргән бәйгелә лә еңеүҙәр яулап килә.
– Һигеҙенселә уҡығанда шахмат менән ныҡлап ҡыҙыҡһына башланым. Мәсьәләләрен сисеү тәүҙә ауыр ғына ине. Унан яйлап өйрәнелде. Һорауым килеп тыуһа, остазым Сергей Сергеевич Чегодаевҡа мөрәжәғәт итәм. Ул, һиндә өмөт бар, тип ҡеүәтләп ебәргәс, тағы дәртләнеберәк киттем. Был уйын буйынса китаптар ҙа уҡыйым, – ти республика политехник интернат-лицейында XI синыфта уҡыусы Коля Шибаев.
Шахмат уйнауы уҡыуында ла ярҙам итә. Логик фекерләүе үҫә, имтиханда үҙен тынысыраҡ тота. Шуға алдағы көндәрҙә шахматтан айырылырға йыйынмай әле егет.
– Барыһын да Яңы йыл менән ҡотлайым. Һаулыҡ, бәхет, уңыштар теләйем. Яҡшы итеп уҡығыҙ, шахмат менән дә дуҫ булығыҙ, – тип матур теләктәрен дә еткерҙе ул хушлашҡанда.
Эт йылы Коляның үҙенә лә уңышлы ғына булһын, күңелендә йөрөткән барлыҡ уй-хыялдарын тормошҡа ашырырға яҙһын!
Г. РАМАҘАНОВА.
Күмертау ҡалаһы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?