+10 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
12 Ғинуар 2018, 18:08
Китапханаға сәйәхәт
2-се мәктәптең I «Д» синыфы уҡыусылары уҡытыусылары Лина Марс ҡыҙы Аверьянова менән район балалар китапханаһына ҡунаҡҡа барҙы.
2-се мәктәптең I «Д» синыфы уҡыусылары уҡытыусылары Лина Марс ҡыҙы Аверьянова менән район балалар китапханаһына ҡунаҡҡа барҙы.
Уның мөдире Ирина Борисовна Безрукова һәм башҡа хеҙмәткәрҙәр ҡыҙҙар, малайҙарҙы йылы ҡаршы алып, китапхана фойеһы, уҡыу залы буйлап экскурсия ойошторҙо. Әкиәттәрҙән өҙөктәр уҡып, уҡыусыларҙың белемдәрен дә тикшереп өлгөрҙөләр. Балалар күпте белә икән. Һуңынан бергәләп йәнһүрәт ҡаранылар.
Уҡыусыларға ҡунаҡта булыу бик оҡшаны. Китапханасылар уларға уҡыуҙарында уңыштар теләне, тағы ла килергә саҡырып ҡалдылар. Был йәнле аралашыуҙан балалар артабан да китап менән дуҫ буласаҡтарын һәм китапханаға йөрөйәсәктәрен белдереп, шат кәйеф менән таралышты.
Гөлназ ЙОСОПОВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Туймазы ҡалаһы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән