+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Ғинуар 2018, 17:42

Тоғро дуҫ булыр Амур

Эттәре үлгәс, Данил бик ҡайғыр­ҙы. Джек уҫал түгел ине. Килгән кешеләрҙе лә ят итмәне, өрмәне, абалап ҡаршы сыҡманы. Ихатаға ингәс, ят түгелдәрҙер, тигәндер, күрәһең. Һуңғы йылдарҙа ҡартайҙы ла шул. Элекке шикелле Данил артынан йүгереп, сабыулап йөрөмәһә лә, бер ҙә артынан ҡалманы. Нөгөш буйына төшһә, гел эйәрҙе. Һыуҙа йөҙгән ҡаҙ бәпкәләрен һаҡланы, төйлөгәндәрҙе ҡурҡытып ебәрҙе.Ләкин олоғайыуы еткәндер, ахыры, әкрен генә атлап, күберәк ятып торҙо, тамағына ла йүнләп ашаманы. «Ун биш йәш эттәр өсөн бик оло була», – ти әсәһе. Атаһы ла Джек менән урманға һунарға йөрөгәндәрен һағынып ҡына иҫләй хәҙер.

Эттәре үлгәс, Данил бик ҡайғыр­ҙы. Джек уҫал түгел ине. Килгән кешеләрҙе лә ят итмәне, өрмәне, абалап ҡаршы сыҡманы. Ихатаға ингәс, ят түгелдәрҙер, тигәндер, күрәһең. Һуңғы йылдарҙа ҡартайҙы ла шул. Элекке шикелле Данил артынан йүгереп, сабыулап йөрөмәһә лә, бер ҙә артынан ҡалманы. Нөгөш буйына төшһә, гел эйәрҙе. Һыуҙа йөҙгән ҡаҙ бәпкәләрен һаҡланы, төйлөгәндәрҙе ҡурҡытып ебәрҙе.

Ләкин олоғайыуы еткәндер, ахыры, әкрен генә атлап, күберәк ятып торҙо, тамағына ла йүнләп ашаманы. «Ун биш йәш эттәр өсөн бик оло була», – ти әсәһе. Атаһы ла Джек менән урманға һунарға йөрөгәндәрен һағынып ҡына иҫләй хәҙер.

Ауыл ерендә этһеҙ йәшәп булмай. Йортҡа ҡарауылсы бит ул. Йәй көнө ҡайҙандыр килеп, көсөктәр һатып йөрөгәндәрен күргәстәр, Байғазин­дар Джекты юҡһыныуҙарын баҫыр өсөн бер көсөк алды. Элекке эттәренең исемен ҡушырға уйлағайнылар ҙа, Данилдың Себерҙә эшләп йөрөгән Наил ағаһы көсөктө Амур тип нарыҡланы. Шулай итеп, Себер йылғаһының исемен йөрөткән матур ғына эт балаһы ихатаға йәм булып, ҙурайып килә. Иркәләнергә ярата үҙе. Эргәһенә килһәң, һырпалана, ырғып, һикереп, ҡыуанысын белдерә, хатта Данилдың ҡулын, битен ялай башлай. Амур ҙа Джек кеүек тоғро дуҫ булыр әле.

Малайҙың ҡыш көнө эштәре етерлек. Саңғы, сана шыуа, катокта елдерә. Атаһы менән әсәһенә лә ярҙам итергә онотмай. Апаһы ла, ағаһы ла ситтә булғас, өйҙә иң ҙур ярҙамсы ул. Мунсаға утын ташыу, теплицаға ҡар тултырыу, балта менән йылғала мәке уйыу кеүек эштәрҙе ихлас баш­ҡара.

Өйҙә иһә пластилиндан төрлө һындар яһарға әүәҫ. Ике туған ағаһы Ғаяндарға барып, компьютер­ҙа уйнарға ла өлгөрә. Хәйер, быныһы каникул ваҡытында ғына инде. Ғаян ағаһы Иҫке Собханғолда уҡый шул. Йыш күрешә алмайҙар.

Фантазияға бай Данил төрлө хыялдарға бирелергә ярата. Уны тыңлай башлаһаң, киләсәктә берәй уйлап табыусы булмаҫ микән, тип тә ҡуяһың. Ә былай үҙендә артислыҡ һәләте ярылып ята. Әллә ниндәй ролдәргә инеп уйнай башлаһа, кешеләрҙе ауыҙына ҡарата ла ҡуя. Иң хәтерҙә ҡалғаны Ҡыш бабай кейемендә туғандарын ҡотлап йөрөгәне булды. Хәтәр килештерҙе.

Туғаны Илнур менән Нөгөш йыл­ғаһы буйында боҙҙан яһаған ҡыуыштары ла бар. Ҡар епшек саҡта Ҡар бабай ҙа эшләп ҡуялар.

Каникулы күңелле үтте Данилдың. Тик бер генә теләге тормошҡа ашмай ҡалды: Өфөләге Яңы йылды күргеһе килгәйне лә, үкенес, бара алманы. Баш ҡаланың төрлө урындарында матур итеп биҙәлгән шыршылар ғинуар бөткәнсе лә ултыра торған. Бәлки, был хыялы ла тормошҡа ашыр Данилдың. Ә хәҙергә ял итеп, яңы көс туплап, өсөнсө синыф уҡыусыһы өсөнсө сиректе башлап ебәрҙе.

З. ЯЛСЫҠАЕВА.

Читайте нас: