+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Ғинуар 2018, 14:47

Музейҙа белерһең күпте

Ҡышҡы каникулды минең кеүек һәр кем дә көтөп алғандыр. Көндәрҙең һыуыҡлығына ҡарамай, ҡус­тым менән икәүләп ялыбыҙҙың һәр мәлен файҙалы, күңелле итеп үткәрергә тырыштыҡ. Саңғы шыу­ҙыҡ, киноға барҙыҡ. Баймаҡ районындағы Йән­йегет ауылына өләсәйем менән ҡартатайым янына ҡунаҡҡа ла ҡайтып кил­дек. Ә иң иҫтә ҡалғаны баш ҡалабыҙҙа урынлашҡан Шә­һит Хоҙайбирҙиндең йорт-музейына сәйәхәт булды.

Шәһит Хоҙайбирҙин бәләкәй генә сағынан уҡыуға ынтылған. Тыуған ауылында башланғыс мәктәпте тамамлап, Ырымбур ҡалаһына йәйәүләп барып, мәҙрәсәгә урынлашҡан. Алдынғы ҡарашлы, сос, үткер булыуы менән башҡа тиңдәштәренән айырылып тор­ған, тип һөйләне экскурсияны алып барған апай. Гәзиттәргә мәҡәләләр яҙған, шиғырҙар ижад иткән. 28 йәшенә тиклем генә йәшәүенә ҡарамаҫ­тан, Баш­ҡортостаныбыҙ өсөн бик күп көс һалған Шәһит Хоҙайбирҙин.

Музейҙа беҙҙе уның бюсы ҡаршы алды. Тормошона, ижадына арналған фотолар, китаптар һәм баш­ҡа әйберҙәрҙе күрһәттеләр. Быларҙан тыш, тағы күп нәмәләр тураһында белдек. Ҡыҙыҡһыныусылар барып күрһендәр. Семәрләп эшләнгән ул йорт әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып тора. Адресы: Өфө ҡалаһы, Яңы күпер урамы, 20.

Рафаэль НИКИТИН, V «А» синыфы уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы, Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы.

Читайте нас: