+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
16 Февраль 2018, 16:26

Һин – супер, Зарема!

Яңы ғына Учалы ҡыҙы Ләйсән Золотарёва Мәскәүҙә үҙенең сығышы менән бөтә илде шаулатҡайны. Әле бына Әбйәлил районының Асҡар балалар йортонда тәрбиәләнеүсе, IX синыф уҡыусыһы Зарема Шәйхетдинова НТВ каналы саҡырыуы буйынса «Һин – супер!» проектының 2-се миҙгелендә һынау тотасаҡ.

Яңы ғына Учалы ҡыҙы Ләйсән Золотарёва Мәскәүҙә үҙенең сығышы менән бөтә илде шаулатҡайны. Әле бына Әбйәлил районының Асҡар балалар йортонда тәрбиәләнеүсе, IX синыф уҡыусыһы Зарема Шәйхетдинова НТВ каналы саҡырыуы буйынса «Һин – супер!» проектының 2-се миҙгелендә һынау тотасаҡ.

Зарема өсөн был тәүге бәйге түгел. 2016 йылда ҡыҙ «Йондоҙлоҡ» Бөтә Рәсәй художестволы ижад конкурсында I урын яулай. Ул саҡта Мәскәүгә Рәсәйҙең 19 төбәгенән 220 бала йыйыла. Ҡатнашыусыларҙы дүрт: «Вокал», «Хореография», «Театр», «Оригиналь жанр» номинацияһы буйынса һайлап алалар. Зарема алыш иң ҡыҙыу барған «Вокал»да еңеүсе була.

– Бәләкәйҙән йырларға ярат­ҡан Заремабыҙҙың яулаған уңыштары етерлек. 2013 йылда ул Дзержинск ҡалаһында үткән «Дуҫтар янында – 2013» VI Бөтә Рәсәй фес­тиваленән дипломант булып ҡайтты. Шул уҡ йылда Ульяновскиҙа һәләтле балалар­ҙың халыҡ артисткаһы Валентина Леонтьеваға арналған «Гәлсәр башмаҡ» исемле музыкаль фестиваль-конкурсы уҙғайны. Заремабыҙ унда ла дипломант булды. Уҙған йыл Дүртөйлөлә ойошторол­ған «Яҙғы тамсы» республика конкурсында I урынға лайыҡ булды. Ә бына «Бала саҡ йондоҙҙары» республика бәйгеһендәге еңеүе уға ил кимәлендә сығыш яһау хоҡуғы бирҙе лә инде. Сәмле ҡыҙ тәүге йылда – икенсе, киләһе йылына беренсе урын алыу­ға өлгәште.

«Йондоҙлоҡ» Бөтә Рәсәй конкурсына Зарема вокал буйынса остазы Сәғит Хызыров менән «Бер алманы бишкә бүләйек» йырын һайланы. Матур итеп милли кос­тюмдар тектерҙек. Бик етди әҙерләнде һәм бына тигән итеп сығыш яһап, конкурс­ты ойоштороусы Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығының, балалар хоҡуҡтарын яҡлау өлкәһендәге дәүләт сәйәсәте департаментының дипломына лайыҡ булды.

2017 йылдың сентябрендә НТВ каналы ойошторған «Һин – супер!» конкурсына заявка бирҙек. Декабрҙә скайп аша тыңлап ҡаранылар. Оҙаҡламай саҡырыу килеп төштө, – ти ғорурлыҡ менән директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Рәйлә Шәйхислам ҡыҙы Сирубаева.

Әйткәндәй, Зареманың бер туған ҡус­тыһы Басир ҙа – бик һәләтле малай. Уның да тауышы бик матур икән. Ә шиғырҙары беҙҙең «Йәншишмә» гәзите биттәрендә даими баҫылып тора. Апаһы менән икеһе лә яҡшы уҡый­ҙар.

НТВ каналы ойошторған «Һин – супер!» проекты шуныһы менән үҙенсәлекле, унда тик балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәр генә ҡатнаша. Эйе, тормошта уларға бер нәмә лә еңел бирелмәй. Башҡа балалар менән сағыштырғанда, был ҡыҙҙар, малайҙарға үҙҙәрен күрһәтеү, талантын асыу мөмкинлеге күпкә ҡыйыныраҡ. Ошондай проекттар улар өсөн бик тә кәрәкле.

Һәр кем еңеү тураһында хыяллана, әлбиттә. Ләкин бындай мәртәбәле сарала ҡатнашыу ғына ла оло бәхет түгелме ни?! Жюри составында ла кемдәр бит әле: билдәле композитор Игорь Крутой, йырсылар – Сергей Лазарев, Юлианна Караулова һәм продюсер Виктор Дробыш.

Халыҡ-ара шоуҙа Рәсәй төбәктәренән һәм элекке СССР-ға ҡараған республикаларҙан барлығы 82 бала ҡатнашасаҡ. Был бәйгене тағы ла сағыуыраҡ, күркәмерәк итәсәк.

Финалға сығыусылар оло тормошҡа юллама аласаҡ. Талантлы яҡташыбыҙ, баш­ҡорт ҡыҙы Зарема Шәйхетдиноваға уңыштар теләйек. Ҡатнашыусылар өсөн тауыш йыйыу башланды ла. Әйҙәгеҙ, ошо һылтанма аша http://www.ntv.ru/peredacha/Super/team/68240/17831/ Заремаға тауыш бирәйек. Әүҙемерәк булайыҡ, дуҫтар! Һәр шәмбе киске сәғәт 8-ҙә тапшырыуҙы ҡарап барырға онотмағыҙ.

Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА.

Читайте нас: