Уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһында VIII синыф уҡыусыһы физиканан II урын алды, тип яҙҙылар, әммә исем-шәрифтәрен атамағайнылар. Баҡһаң, ул республика инженер интернат-лицейынан Тамерлан Әфләтунов икән. Вәт, маладис егет! Үҙенән өлкәнерәктәрҙең танауына сирткән бит. Ул – Учалы ҡалаһынан. Бында VII синыфҡа, ҙур конкурсты уңышлы үтеп, уҡырға алынған. Баш ҡалала белем алыуына бик ҡыуана. Өфө Өфө инде, мәғариф үҙәге.
– Бында юғары уҡыу йорттары күп. Төрлө курстарға йөрөргә мөмкин. Олимпиадаларға ентекләп әҙерләнергә була. Уҡытыусылар ҙа йүнәлеш бирә, – ти Тамерлан.
Бик ҡыҙыҡһыныусан егет, хатта юғары уҡыу йорттары өсөн дәреслектәрҙе лә үҙләштерә. Үҙ аллы шөғөлләнеүе төрлө бәйгеләрҙә еңергә ярҙам итә лә инде.
«Ҡайһы фәнде нығыраҡ яратаһың?» – тигәнгә былай тип яуапланы:
– Тарих һәм география оҡшай. Ә физика һәм математика миңә еңел бирелеүе менән ылыҡтыра.
– Географияға һөйөүең ҡасан барлыҡҡа килде һуң?
– VI синыфта тыуған көнөмә әсәйем глобус алып биргәйне. Шунан башланды инде ҡыҙыҡһыныуым, бөтә Ер шарын өйрәнеп, ҡайҙа нимә урынлашҡанын ятлап бөттөм.
– Бөтә Рәсәй олимпиадаһының финалына сыҡҡым килә, – тип уй-хыялдары менән уртаҡлашты егет. – Шулай уҡ Сочиҙағы «Сириус» балалар мәғариф үҙәгенә эләгергә ине. Алыҫ Көнсығыштағы «Океан» лагерына ла конкурс буйынса ғына алалар. Унда фәнни-тикшеренеү экспедицияһында ҡатнашыу мөмкинлеге була. Портфолиомды ебәрҙек, яуап көтәбеҙ.
Ғөмүмән, ул уҡыған VIII «А» синыфында шәп егеттәр йыйылған. Яңыраҡ ЮНЕСКО ойошторған конференцияла 15 уҡыусы инглиз телендә яҙылған фәнни докладтары менән сығыш яһап, комиссия ағзаларын ғәжәпкә ҡалдырған.