+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
13 Апрель 2018, 13:50

Ата-әсәләр ҙә ҡатнашты

Баш ҡалабыҙҙың 47-се моделле балалар китапханаһы ла «Балалар китабы аҙналығы»нан ситтә ҡалманы. Бик ҡыҙыҡлы үтте ул. Төрлө конкурстар, уйындар ойошторолдо.

Баш ҡалабыҙҙың 47-се моделле балалар китапханаһы ла «Балалар китабы аҙналығы»нан ситтә ҡалманы. Бик ҡыҙыҡлы үтте ул. Төрлө конкурстар, уйындар ойошторолдо.
Тәүге көндө аҙналыҡты асып, уның килеп сығыу тарихы менән танышҡандан һуң, «Әҙәби юбилей парады» темаһына «Мөғжизәләр яланы» уйыны уҙғарылды. Был сараға балалар ата-әсәләре менән килгәйне. «Өфө буйлап сәйәхәт» тигән китаптар күргәҙмәһе менән дә таныштылар, квест-уйын һорауҙарына яуап бирҙеләр. «Беҙҙең ғаиләлә яратып уҡылған китап» тип аталған осрашыу-әңгәмә лә булды. Атай-әсәйҙәр ҙә бик әүҙем ҡатнашты, үҙҙәренең беренсе, яратып уҡыған китаптары хаҡында һөйләнеләр, һүрәткә төшөрөлгән аҡ сәскәнең таждарына китаптарының исемен, авторын яҙып ҡуйҙылар.
Шаҡша биҫтәһендә йәшәүсе яҙыусы Тамара Ғәлләмова менән дә осрашыу булды. Ул үҙенең бала сағы, ғаиләһе тураһында һөйләне. Уҡыусылар ҡыҙыҡ­һындырған һорауҙарын бирҙе, файҙалы кәңәштәр алды.
«Әкиәттәр донъяһында» тип аталған кисә лә оҡшаны. Бында балалар өҙөктәр буйынса әкиәттәрҙең исемдәрен тапты, яңылыштырылып уҡылған әҫәрҙәр­ҙе дөрөҫләп тамамланы.
Ата-әсәләр, уҡыусылар әҙәби геройҙар – Гарри Поттер, Карабас-Барабас, Аладдин, Ҡыҙыл Ҡалпаҡ һәм башҡаларҙың кос­тюмдарын кейеп, яңы әкиәттәр уйлап сығарып, оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Улар командалар­ға бүленеп, әкиәттәрҙе сәхнәләштереп тә күрһәтте.
Был аҙналыҡ китап байрамына әүерелде. Ата-әсәләр ҙә, уҡыу­сылар ҙа ҡәнәғәт ҡалды.

Айгөл ЙӘҺҮҘИНА.


Өфө ҡалаһы,мод елле балалар кит апханаһының16-сы филиалы.
Читайте нас: