+6 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
13 Апрель 2018, 15:13

Берәү ҙә уҡыуҙан арымағайны

Яҙғы каникул мәлендә Өфөләге 102-се башҡорт гимназияһында Балалар китабы аҙналығы уҙғарылды. Уҡыуҙан арығандарҙыр, мәктәпте күргеләре лә килмәйҙер инде, тип уйлаһам, яңылышҡанмын икән. Ҡыҙҙар, малайҙар саҡырыуҙы ҙур теләк менән ҡабул итеп, ихлас ҡатнашты.

Яҙғы каникул мәлендә Өфөләге 102-се башҡорт гимназияһында Балалар китабы аҙналығы уҙғарылды. Уҡыуҙан арығандарҙыр, мәктәпте күргеләре лә килмәйҙер инде, тип уйлаһам, яңылышҡанмын икән. Ҡыҙҙар, малайҙар саҡырыуҙы ҙур теләк менән ҡабул итеп, ихлас ҡатнашты.
III «В» синыфы уҡыусылары аҙналыҡты асып ебәрҙе. «Әкиәттә ҡунаҡта» күргәҙмәһенә байҡау яһағандан һуң, балалар теләге буйынса иң ҡыҙыҡлы, тылсымлы әкиәтте һайлап, уны бергәләп уҡып сыҡтыҡ. Азалиә Бикҡолова, Алиса Нәҙершина, Асҡар Әхмәтйәнов, Семён Нестеров, Иван Прохоров әҫәрҙең йөкмәткеһе, ыңғай һәм кире геройҙары хаҡында бик ҡыҙыу бәхәс тә ойошторҙо. Ә инде ундағы төрлө образдарҙы һүрәткә төшөрөү үҙе бер мауыҡтыр­ғыс мәл булды.
Китап, белем, әкиәт геройҙарына бәйле мәҡәлдәр, әйтемдәр әйтеүсе, викторина һорауҙарына береһенән-береһе уҙышып яуап биреүсе уҡыусылар өсөн бик шатландым. Сөнки тулы, төплө яуапты тик белемле, китап уҡырға яратҡан балалар ғына бирә ала.
Ә бына III «Б» синыфы уҡыусылары Тимофей Ермолаев, Василиса Константинова, Алла Маргарян, Яна Назарова, Яна Мельник иһә «Китаптар дауаханаһында» «табип-реаниматолог», «табип-косметолог», «хирург», «шәфҡәт туташы» һөнәрен үҙләштерҙе. «Күмәкләгән – яу ҡайтарған», тигәндәй, «һә» тигәнсе таушалған, бысран­ған, йыртылған «ауырыу» китаптарға яңы һулыш, икенсе тормош бүләк итте «табиптар». Бөхтәлек, тәртип, эш яратҡан балалар арабыҙҙа етерлек икән әле, тип һөйөнөп ҡуйҙым.
Аҙналыҡ планы буйынса «Китап бүләк ит» акцияһы ла иғлан ителде. Йыйылған китаптарҙың бер өлөшө мәктәп китапханаһын тулыландырһа, ҡалғандары ирекмәндәр ярҙамы менән балалар йортона тапшырыласаҡ.

Илзирә ҒАРИФУЛЛИНА, китапханасы.


Өфө ҡалаһы.
Читайте нас: