Был сарала теләгән бала ата-әсәһе, олатай-өләсәһе менән ҡатнаша алды. Ул ике этаптан торҙо. Беренсеһе китапханалар эсендә уҙғарылһа, икенсеһе – ҡала кимәлендәгеһе – Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китаханала башланып, «Родина» кинотеатрында тамамланды. Тәүгеһендә иң яҡшы тип табылған биш ғаиләгә II этапта ҡатнашыу бәхете тейҙе. Был көндө кинотеатрҙа ҙур байрам ойошторолдо. Балалар өсөн төрлө уйындар үткәрелде. Аҙналыҡҡа йомғаҡ яһалды. Конкурстың еңеүселәре билдәләнде.
Шулай итеп, был квеста Мөхәмәтйәновтар ғаиләһе беренсе урынға сыҡты, икенсе урынды – Ивановтар, ә өсөнсө урынды Кулаковтар ғаиләһе яуланы. Байрам аҙағында бөтә ҡатнашыусыларға ла балалар өсөн төшөрөлгән нәфис фильм күрһәтелде.
Сәлиә ӘХМӘТШИНА, китапханасы.