Ейәнсура районының Иҫәнғолдағы башҡорт интернат-гимназияһында балалар төрлө ауылдарҙан йыйылып, күптәре бишенсе синыфтан бында белем ала. Шарттар һәйбәт, шуға ла гел алдынғылар сафында улар. Химияны, физиканы тәрәнәйтеп өйрәнәләр. Өфөнән педагогия, нефть-техник университеттарынан курс үткәрергә киләләр икән. Берҙәм дәүләт имтихандарына бергәләп әҙерләнәләр.
Ун беренсене 15 уҡыусы тамамларға йыйына. Был синыфҡа матурлыҡҡа, гүзәлеккә ынтылған иң яҡшы уҡыусылар тупланған. Һәр береһе, ынйы бөртөгөндәй, ғәжәп, һоҡланғыс. Инсаф Йылҡыбаев, Шамил Илтенбаев, Раушания Вәлиева миҙалға дәғүә итһә, Илгизәр Аҙнағолов, Әҙилә Аҡсурина, Нургөл Аҫылғужина, Дания Бикбаева, Сибәғәт Дәүләтбәков, Айгөл Илбулдина, Сабир Ишеғолов, Нәркәс Рәхмәтуллина, Зөбәржәт Хәмитова, Гөлдәр Хәсәнова, Нәзилә Хисмәтуллина, Илсиә Шәмсетдиновалар «дүртле» һәм «бишле»гә генә өлгәшкән. Афариндар! Уларҙың бөтәһе лә юғары уҡыу йорттарына инергә хыяллана.
Районда, республикала яулаған уңыштарын һанап бөткөһөҙ. Тәрбиәселәре Айгөл Вәли ҡыҙы Фәхретдинованы, синыф етәкселәре, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Гөлбаныу Ирек ҡыҙы Исмәғилеваны гел ҡыуандырып ҡына торғандар.
– Беҙҙе бишенсенән алып уҡытҡан Райхан Вафа ҡыҙы Иҙрисоваға, Ғәзинур Шаһивилдан улы Иҙрисовҡа, Лилиә Камил ҡыҙы Бикбаеваға, Рәмил Әхмәт улы Шәмсетдиновҡа, Йәғәфәр Йәдкәр улы Хәсәновҡа, Рәйлә Әхәт ҡыҙы Ағылбаеваға һәм, әлбиттә, интернат-гимназия директоры Гәүһәр Шәрифйән ҡыҙы Назароваға рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, – ти ун беренселәр.