+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
9 Июнь 2018, 13:23

Өфөлә – «Включайся!» фестивале

6 июндә баш ҡалабыҙҙа «Включайся!» балалар телевидениеһы фестивале башланғайны. Ул Матбуғат һәм киң коммуникациялар буйынса федераль агентлыҡ, Башҡортостан Хөкүмәте, республикабыҙҙың «Офис-Группа» Конгресс-бюроһы булышлығында, «Карусель», «Тамыр» телеканалдары ҡатнашлығында ойошторолдо. Фестивалдә ҡатнашыусылар өсөн бай һәм йөкмәткеле программа әҙерләнгәйне. Күренекле режиссёрҙар, журналистар, педагогтар менән ижади осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре, конкурс эштәре буйынса фекер алышыуҙар үткәрелде. Бөгөн ул тантаналы рәүештә ябылып, еңеүселәр ҙә билдәле буласаҡ.
Әйткәндәй, «Включайся!» балалар телевидениеһы фестивале 13 йыл дауамында уҙғарыла. Уны ойоштороусы, Теле-радио тапшырыуҙарҙың милли берекмәһе президенты Эдуард Сагалаев әйтеүенсә, конкурс эштәре йылдан-йыл хайран ҡалдыра. Быйыл 120 бала­лар студияһы һәм телекомпанияларынан 296 ғариза ҡабул ителгән. Балалар һәм өлкәндәр төркөмөнән торған жюри ағзалары эштәрҙе төрлө номинациялар буйынса баһалаясаҡ.
Читайте нас: