Мәскәү, Таганрог, Воронеж, Пермь, Ҡазан, Ырымбур, Сорғот… Илебеҙҙең 27 ҡалаһынан йәш режиссёрҙар, журналистар, операторҙар, йәнһүрәт оҫталары йыйылды баш ҡалабыҙҙа үткән «Включайся!» балалар телевидениеһы фестиваленә. Ул быйыл ун өсөнсө тапҡыр уҙғарылды. Күркәм сарала 18 йәшкә тиклемге 200-ләп кеше ҡатнашты.
Фестиваль асылған көндө «Азимут» ҡунаҡханаһының фойеһы гөрләп торҙо. Ҡунаҡтар милли ризыҡтарыбыҙ сәксәктән, бауырһаҡтан, башҡорт балынан ауыҙ итте. «Тамыр»ҙың өләсәһе Альбина апай Исхаҡованың башҡорт кейемдәре тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләгәнен ҡыҙыҡһынып тыңланылар. Билдәле ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов янына ла әллә күпме кеше йыйылғайны. Улар милли уйын ҡоралдарыбыҙға һоҡланып ҡына ҡалманы, уйнап та ҡараны.
– Миңә бигерәк тә башҡорт балы оҡшаны, – ти Яҡут-Саха Республикаһынан килгән XI синыф уҡыусыһы Надя Пассар. – Беҙ өс – «Ҡурай», «Салауат Юлаев», «Бал» төркөмдәренә бүленеп сюжеттарҙа төштөк. Мин һуңғыһын һайланым.
– Өфө шул тиклем йылы ҡабул итте. Ҡала матур, таҙа, кешеләре ҡунаҡсыл. Беҙҙе башҡорттарҙың милли батыры Салауат Юлаев ныҡ ҡыҙыҡһындырҙы. Уның тураһында күп кенә мәғлүмәт тупланыҡ, – тиҙәр Мәскәү ҡунаҡтары, «Planeta TV» балалар студияһының алып барыусылары Лера Ғиләжетдинова менән Камила Богданова. Үҫмерҙәр Башҡортостан тураһында фильм да төшөрөргә уйлай.
Йәш журналистар өсөн бындай фестивалдәрҙә ҡатнашыу бик файҙалы. Был юлы улар СТС каналының билдәле алып барыусыһы Антон Лирник менән осрашты. «Карусель», Disney каналдарының режиссёры Антон Михалёв һәм башҡа билдәле алып барыусылар күрһәткән оҫталыҡ дәрестәренән балалар үҙҙәре өсөн күп нәмә алғандыр. Фестивалдә ҡатнашыусылар әйтеүенсә, конкурста иң ҡыҙығы ла, иң ауыры ла – бирелгән тема буйынса сюжет төшөрөү. Бының өсөн бит уларҙың үҙҙәренә сценарий яҙыусы, режиссёр, оператор, хәбәрсе, актёрҙар һәм монтажлаусы табып, ижади коллектив төҙөргә кәрәк ине. Шунан профессиональ ҡорамалдар ярҙамында сюжет төшөрөп, монтажлап, жюри хөкөмөнә сығараһың. Был өс көн эсендә балалар үҙҙәрен ысын оҫталар итеп тойҙо. Рәхәт түгел, әлбиттә, әммә эшеңдең һөҙөмтәһен күреү үҙе ни тора! Әйтеп аңлата алмаҫлыҡ ғорурлыҡ кисерәһең.
Йәш режиссёрҙар, йәнһүрәт оҫталары ете номинацияла билдәләнде. Иң яҡшы эштәрҙе өлкәндәр һәм балаларҙан торған жюри баһаланы.
Үҙебеҙҙең «Тамыр»ҙар ҙа һынатманы. Балалар һәм үҫмерҙәр телеканалының проекттары 4 номинация буйынса иң-иңе тип табылды.
Еңеүселәргә фестиваль атамаһы менән статуэткалар, дипломдар, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.