+1 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
22 Июнь 2018, 15:59

«Сәмле уйынға беҙҙе Путин үҙе дәртләндерҙе»

Шулай тиҙәр яңыраҡ Тяньцзиндә Ҡытайҙың үҫмерҙәр командаһы менән көс һынашҡан Туймазының йәш хоккейсылары.

Шулай тиҙәр яңыраҡ Тяньцзиндә Ҡытайҙың үҫмерҙәр командаһы менән көс һынашҡан Туймазының йәш хоккейсылары.
Был көндәрҙә «Туймазы-Арена» боҙ һарайында шөғөлләнеүсе йәш спортсылар, улар­ҙың яҡындары, күп һанлы көйәрмәндәр ҙур ҡыуаныс һәм ғорурлыҡ тойғоһо кисерә. Яңыраҡ Тяньцзинь ҡалаһында Рәсәй менән Ҡытай Халыҡ Республикаһының балалар-үҫмерҙәр командалары ара­һында дуҫтарса осрашыу булып үтте. Был уйында илебеҙҙең данын яҡлау Туймазынан «Девон» клубының йәш хоккейсыларына йөкмәтелде. Шуны әйтергә кәрәк, был осрашыу дәүләт башлыҡтарының ШОС саммитына сәфәре айҡанлы үткәрелгәйне. Рәсәй Президенты Владимир Путин менән Ҡытай Халыҡ Республикаһы Рәйесе Си Цзиньпин Тяньцзинь ҡалаһында ошо уйынды ҡарай һәм йәш спортсылар менән аралаша.
– Шуға ла ул осрашыу беҙҙең өсөн ғәйәт иҫтәлекле һәм тарихи бер сараға әүерелде, – тип һөйләй делегация етәксеһе, «Туймазы-Арена» һарайы директоры Тимур Фәнил улы Ғәлләмов. – Хәҙер ҙур булмаған Туймазы ҡалаһы илдең хоккей картаһына индерелде, тип әйтергә мөмкин. Заманса йыһазландырылған ошо боҙ һарайы асылғандан һуң беҙ хоккей мәктәбен юғары кимәлдә үҫтереүҙе маҡсат итеп алдыҡ. Әлеге көндә унда 350-нән ашыу бала шөғөлләнә. Ҡытайға 2005 – 2007 йыл­ғы йәш үҫмерҙәр уйнаған «Девон» командаһын алып бар­ҙыҡ. Һүҙ ҙә юҡ, шундай ҙур халыҡ-ара сарала ҡатнашыуыбыҙ спорттағы ҡаҙаныштарыбыҙ менән бәйле. Быйыл «Девон» Волга буйы федераль округында үҫмерҙәр араһында үткәрелгән чемпионатта иң көслө командалар иҫәбенә инде. Ҡышын беҙҙе Һамар өлкәһендә уҙғарылған «Третьяк кубогы» тигән мәртәбәле турнирға саҡырҙылар. Унда Мәскәү, Санкт-Петербургтан килгән командалар менән алыштыҡ. Беҙҙекеләрҙең уйын оҫталығын Рәсәй хоккей федерацияһы етәкселәре, Владис­лав Третьяк үҙе юғары баһаланы. Унда көйәрмәндәрҙең һөйөүен яулап, махсус призға лайыҡ булдыҡ. Яҙын иһә «Девон» командаһына Екатеринбургта үткән «Шкода кубогы» халыҡ-ара турнирында ҡатнашыу бәхете тейҙе. Әлеге ҙур майҙанда ла йәш хоккейсыларыбыҙ һынатманы, хатта Чехия командаһын еңеүгә ирештек. Миҙгел аҙағында инде Рәсәй хоккей федерацияһынан Ҡытайға дуҫтарса осрашыуға барырға саҡырыу алдыҡ.
– Иҫтәлекле шул сәйәхәттән алып ҡайтҡан яҡты тәьҫораттарығыҙ менән уртаҡлашып үтһәгеҙ ине.
– Уйын Пекиндан алыҫ булмаған Тяньцзинь ҡалаһында уҙҙы. Беләһегеҙме, унда яңыраҡ төҙөлгән 10 мең кеше һый­ҙырышлы мөһабәт боҙ һарайы туп-тулы ине. Геү килеп торған аренаға аяҡ баҫыу менән ил данын яҡлап алышыуҙа иңебеҙгә ҙур яуаплылыҡ төшкәнен тойҙоҡ. Ғәмәлдә, беҙ Ҡытайҙың иң яҡшы үҫмерҙәр командаһы менән осраштыҡ. Уйын башланыр алдынан ил етәкселәре – Рәсәй Президенты Владимир Путин һәм Ҡытай Халыҡ Республикаһы Рәйесе Си Цзиньпин боҙға сыҡты һәм йәш хоккейсылар менән йылы күрешеп, шайба ырғытыуҙа ҡатнашты. Иҫтәлекле фотоға төшкәндән һуң Владимир Владимирович беҙҙекеләр менән яҡындан аралашты, спортта ирешкән уңыштарыбыҙ менән ҡыҙыҡ­һынды. Ул «Девон» командаһының 12 йәшлек һөжүмсеһе Никита Кузнецовтан: «Нисә йәштән хоккей уйнай­һың?» – тип һораны. «Өс йәштән боҙға аяҡ баҫтым, инде туғыҙ йыл сәкән һуғам», – тип яуапланы беҙҙең йәш үҫмер. «Ай-һай, шаштырмайһыңмы?» – тип йылмайҙы ил башлығы. Шунан Никитаның сәстәренән һыйпап, атайҙарса күкрәгенә ҡыҫты. Әлбиттә, «Девон» командаһының Башҡорт­остандан, бәләкәй Туймазы ҡалаһынан килеүе хаҡында ул хәбәрҙар ине. «Туймазы-Арена»ның таныл­ған уйынсы һәм хоккей эксперты, арабыҙҙан иртәрәк киткән Сергей Ғимаевтың исемен йөрөтөүе тураһында әйттек. Беҙҙе дәртләндереп, Владимир Путин «Девон»дың йәш хоккейсыларына уңышлы уйнауҙарын теләне. Шуға боҙ майҙанында беҙҙекеләр ҙә һынатмаҫҡа тырышты. Дуҫтарса алыш 4:4 иҫәбе менән тамамланды.
Тимур Фәнил улының эш өҫтәлендә Ҡытайҙан алып ҡайтҡан бер иҫтәлекле приз­ды күреп ҡалдыҡ. Ул «Де­вон»дан матчтың иң яҡшы уйын­сыһы тип танылған 12 йәш­лек һөжүмсе Эмир Ғәлләмовҡа бирелгән икән. Беҙгә Туймазының йәш хоккей йондоҙо, бер үк ваҡытта команданың капитаны ролен дә үҙ иңенә алған спортсы менән яҡындан танышырға насип булды.
– Боҙҙа Президент беҙҙең менән хоккейҙа ҡабул ителгәнсә иҫәнләште, – тип тәьҫо­раттары менән бүлеште Эмир. – Ул хоккейсыларға изге теләктәрен еткерҙе. Ҡытайға сәйәхәт бик тә оҡшаны. Яҡшы ҡаршы алдылар. Уйын алдынан боҙҙа күнекмәләр үткәрергә лә, иҫтәлекле урындар­ға экскурсияларға йөрөргә лә өлгөрҙөк. Мөһабәт Ҡытай стенаһын да күрҙек. Ҡытай­ҙың баш ҡалаһы Пекин һәм шулай уҡ беҙ барған Тяньцзинь ҡалаһы бик тә матур. Ике ил командалары осрашыуында үҙемдең оҫталығымды күрһәтә алыуыма ныҡ шатмын. Уйын тамамланырға 30 секунд ҡалғанда, тегеләрҙең ҡап­ҡаһына дүртенсе шайбаны индереп, иҫәпте мин тигеҙләнем.
– Эйе, әле лә шул сәфәрҙән алған тәьҫораттар менән йәшәйбеҙ, – тип һүҙгә ҡушылды инде үҙен илдә һәм халыҡ-ара аренала танытҡан «Девон» командаһының өлкән тренеры Ринат Рим улы Әхмәҙиев. – 10 мең кеше йыйылған боҙ майҙанында алыш көсөргәнешле генә булды. Уларҙың командаһында өлкәнерәк 2003 – 2005 йылғы үҫмерҙәр уйнаһа ла, беҙҙекеләр бирешмәҫкә тырышты. Тәүге егерме минут 2:2 иҫәбе менән тамамланды. Икенсеһендә улар ике шайба индерҙе. Уйындың өсөнсө осо­ро беҙҙең өҫтөнлөк менән үт­те. 30 секунд ҡалғас, һөжүмселәр Эмир Ғәл­ләмов, Саша Николаев һәм Салауат Ғәлимуллин комбинациялы уйын оҫталығын күр­һәтеп, иҫәпте тигеҙләне – 4:4.
Ҡытайҙағы шул осрашыуҙа Рәсәйҙең хоккей данын яҡлай алыуыбыҙға сикһеҙ шатбыҙ. Боҙ майҙанында ил Президенты менән йәнәш баҫып тороуыбыҙ һәм уның менән аралашыуыбыҙ ғүмергә иҫтә ҡаласаҡ. Ғөмүмән, юғары кимәлдәге шул сарала ҡатнашыуыбыҙ рухыбыҙҙы, күңелебеҙҙе үҫтереп ебәрҙе. Был беҙҙең Туймазыла балалар-үҫмерҙәр хоккей мәктәбен үҫтереүгә яңы этәргес бирәсәк. Оҙаҡламай яңы миҙгелгә әҙерләнә башлаясаҡбыҙ. Июлдә «Девон» клубының йәш уйынсылары Ҡандракүл буйындағы «Ватан» спорт лагерында буласаҡ. Йәйҙең һуңғы айында беҙҙе иптәштәрсә турнир көтә. Көҙөн инде үҫмерҙәр араһында Рәсәй чемпионаты старт аласаҡ. Беҙ яңы миҙгелдә Волга буйы федераль округында «А» төркөмөндә сығыш яһаясаҡбыҙ, унда «Аҡ Барс» (Ҡазан), «Дизель» (Пенза), «Торпедо» (Түбәнге Новгород) ише таныл­ған клубтарҙың йәш хоккейсылары менән уйнаясаҡбыҙ. Был инде Туймазыла көслө йәш спортсылар тәрбиәләнеүенә үҙе бер дәлил. Шуны әйтә алам, хәҙер Өфө малай­ҙары беҙҙең «Девон» командаһында уй­нар­ға теләктәрен белдерә, ҡайһы берәүҙәре ата-әсәләре менән Туймазыға килеп, танышып та ҡайттылар.

Миҙхәт ШӘРИПОВ.


Туймазы ҡалаһы.

Читайте нас: