+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
17 Август 2018, 11:27

Әкиәт яратыусы Үтәевтәр

«Бер ҡатын йәшәгән. Ул өс ҡыҙын ашатып-эсерер өсөн көнө-төнө эшләгән. Өс ҡыҙ ҙа ҡарлуғас кеүек етеҙ, тулған айҙай матур йөҙлө булып үҫкән. Бер-бер артлы кейәүгә сығып, әсә йортон ташлап киткәндәр…»

«Бер ҡатын йәшәгән. Ул өс ҡыҙын ашатып-эсерер өсөн көнө-төнө эшләгән. Өс ҡыҙ ҙа ҡарлуғас кеүек етеҙ, тулған айҙай матур йөҙлө булып үҫкән. Бер-бер артлы кейәүгә сығып, әсә йортон ташлап киткәндәр…»
Донъя халыҡтары әкиәттәрен баш­ҡортса һөйләүселәрҙең «Һаумы, һаумы, әкиәт!» ҡала конкурсында бына ошо «Өс ҡыҙ» әкиәтен шул хәтлем килештереп һөйләп, Өфө ҡалаһында йәшәүсе Үтәевтәр барыһын хайран ҡалдырғайны. Уларға «Ғаилә менән сәхнәләштереү» номинацияһында Гран-при бирелде. Был еңеүҙе үҙҙәре лә көтмәгәйне. Бик ҡыуандылар. Күмәкләп тәүгә генә ҡатнашыуҙары бит. Ә 64-се гимназияла беренсе синыфты һәйбәт кенә тамамлаған ҡыҙҙары Вилиә бер нисә тапҡыр көсөн һынағаны бар инде. 166-сы балалар баҡсаһына йөрөүсе өс йәшлек кенә Илгенә лә әкиәт яратыусы бала булып үҫеп килә.
– Ҡыҙҙарыбыҙҙы милли рухлы итеп тәрбиәләргә тырышабыҙ. Өйҙә баш­ҡортса аралашабыҙ, башҡорт балалар баҡсаһына йөрөйҙәр. «Һаумы, һаумы, әкиәт!» конкурсы ла туған телгә һөйөү уятырға ярҙам итә. Бәләкәй саҡтарынан әкиәт уҡыйбыҙ, йомаҡ ҡоябыҙ. Йоҡлар алдынан да нимәлер һөйләтмәйенсә әүен баҙарына китмәйҙәр, – ти әсәй-атайҙары.
Линера һәм Ирек Үтәевтәрҙең балалар баҡсаһында, белем усағында ла әүҙем ғаилә булыуҙары күренеп тора. Унда уҙғарылған бер сарала ла, байрамдарҙа ла ҡатнашмай ҡал­ғандары юҡ. Үҙҙәренең шәжәрә ағасын төҙөп, балаларына ла нәҫел-нәсәптәрен өйрәтәләр.
Ҡыҙҙарын һәр яҡлап үҫтерергә лә тырыша улар. Шуға икеһен дә «Диво» студияһына шөғөлләнергә биргәндәр. Ана, Вилиә менән Илгенә халыҡ, көнсығыш бейеүҙәрен нисек оҫта бейергә өйрәнгән! Һүрәт төшө­рөргә әүәҫ үҙҙәре. Вилиә ҡумыҙҙа ла уйнай белә. Бигерәк ҡыйыу, «Алтын тирмә» телевизион викторинаһында ла ҡатнашҡан ҡыҙ бит ул. Маладис!
Апалы-һеңлеле, хыяллана-хыяллана, бергәләп уйнауҙарын күҙәтеүе лә бик ҡыҙыҡ! Бер көн Вилиәнең журналист булып, ил башлығы Владимир Путиндан интервью алғыһы килһә, икенсе көн табип булып, кешеләрҙе дауаларға теләй. Һеңлеһе менән ҡурсаҡтарын да бинтҡа урап бөтәләр.
Әле күңелле йәй мәле. Бындай матур ваҡытта Баймаҡ, Йылайыр райондарында йәшәгән олатай-өләсәйҙәрендә булырға бик ярата ҡыҙ­ҙар. Яҡындарының бәләкәй генә яр­ҙамсылары ла улар. Себеш, быҙау ҡарашыу кеүек эштәрҙә ихлас булышалар. Күмәкләп тәбиғәт ҡосағына сығыуҙы ла көтөп алалар.
Бына шундай ғаилә менән таныштыҡ беҙ «Һаумы, һаумы, әкиәт!» конкурсының Гала-концертында. Балаларында милли үҙаң, әкиәт аша халыҡ ижадына, туған телгә һөйөү тәрбиәләргә тырышҡан Үтәевтәр ғаиләһенә һоҡланыуыбыҙҙың сиге булманы. Уларҙың татыулығы, өлгөрлөгө, әүҙемлеге күптәргә өлгө лә булып тора.

Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.


Өфө ҡалаһы.
Читайте нас: