Тәүге көндә уҡыусылар исем, девиз, йыр һайлағас, линейкаға теҙелде. Артабан балалар, үҙ һәләттәрен күрһәтеп, йырлап-бейеп концерт ҡуйҙы, күңел асты, төрлө сараларҙа ҡатнашты. Һәр көн физик күнекмәләрҙән, зарядканан, ә артабан ашнаҡсы апайҙар бешергән тәмле аш-һыуҙы ауыҙ итеүҙән башланды.
Лагерҙың программаһы буйынса башланғыс синыф уҡытыусылары, урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән – Гөлнур Ғибәт ҡыҙы һәм Нурзилә Мозафар ҡыҙы, химиянан – Марсель Тәлғәт улы, физиканан – Фәнүзә Әҡсән ҡыҙы, математиканан Гөлйемеш Зәки ҡыҙы ҡыҙыҡлы ла, фәһемле лә дәрестәр әҙерләгәйне. Балалар мәктәптә үҙҙәре үткән темаларҙы иҫкә төшөрҙө, викторина, тест һорауҙарына яуап бирҙе, йырҙар өйрәнде, олимпиадаларҙа, сәхнәләштереүҙәрҙә, мини-фильм төшөрөүҙә ҡатнашты.
Ял көндәре файҙалы ла, күңелле лә үтеп китте. Уҡыусылар алдағы уҡыу йылына яңы тәҫьораттар, көс-дәрт алып, лагерҙың һуңғы көндәрендә уҡытыусыларға, мәктәп етәкселегенә рәхмәттәрен белдерҙе.