+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Сентябрь 2018, 13:20

Белем көнөнә арнап

Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге үҙәк балалар китапханаһында I – III синыф уҡыусылары өсөн Белем көнөнә арналған матур байрам үтте. Бында уларҙы әкиәт иленән Мэри Поп­пинс ҡаршы алды.

Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге үҙәк балалар китапханаһында I – III синыф уҡыусылары өсөн Белем көнөнә арналған матур байрам үтте. Бында уларҙы әкиәт иленән Мэри Поп­пинс ҡаршы алды. Кескәйҙәрҙе байрам менән ҡотлап, Белем иленә сәйәхәткә саҡырҙы. Ә яуыз Наҙанбай унда илтеүсе тылсымлы ҡың­ғырауҙы урлаған булып сыҡты. Уҡыусылар Мэри Поппинс менән бергә әкиәт иленә сәйәхәт ҡылып, әҙәби викторина һорауҙарына яуап биреп, төрлө геройҙар – Ҡыҙыл Ҡалпаҡ, Кай һәм Герда, Буратино менән осрашты. Улар ярҙамы менән бергәләп Наҙанбайҙы еңә алдылар.
Кескәйҙәр тылсымлы ҡыңғырау сыңлауына ҡыуанып, һәр ваҡыт тик һәйбәт билдәләргә генә уҡырбыҙ, тип һүҙ бирҙе.

Сәлиә ӘХМӘТШИНА,
китапханасы.
Өфө ҡалаһы.
Читайте нас: