-1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
21 Сентябрь 2018, 14:46

Аҡсаны нисек дөрөҫ тотонорға?

Финанс грамоталыҡ аҙналығында Башҡорт­остан буйынса Милли банк хеҙмәткәрҙәре мә­ғариф учреждениеларында лекциялар менән сығыш яһаны. Ойошто­рол­ған асыҡ дәрестәр аҡсаны дөрөҫ тотоноу, биржала эшләү, финанс баҙары, кредит менән хәүефһеҙ эш итеү темаларына арналды.

Аҙналыҡ барышында баш ҡаланың 23-сө мәктәбендә Рәсәйҙең Үҙәк банкының Башҡорт­остан буйынса Милли банкы бүлеге етәксеһе Шамил Әминев ун беренселәргә «Аҡса менән һин тип мөғәләмә итеү», финанс ресурстарын һәм һалымдарҙы күҙаллау бүлегенең баш эксперт-белгесе Лариса Аппакова X – XI синыфтарға «Һалым сәйәсәте һәм килем булдырыу» тигән темаларға дәрестәр бирҙе. Ҡыҙҙар, малайҙар «Хы­ял­ға нисек аҡса йыйыр­ға?» тигән һорауға ла яуап эҙләне.

– Белем усағыбыҙҙа финанс грамоталыҡ буйынса дәрестәр йыш уҙ­ғарыла. Сөнки беҙ үҙе­беҙ­ҙә өс йыл инде тәжрибә майҙансығы ойоштороп, Милли банк менән бергәләп эшләй­беҙ. Өлкән синыфтар үҙҙәренә финанс яғы­нан төрлө кәрәкле һәм фә­һемле мәғ­лү­мәт алып то­ра, – ти Өфөнөң 23-сө мәк­тәбе директоры Наил Радик улы Әминев.

Иртәгә Рәсәй­ҙең Үҙәк банкы ил буйынса Асыҡ ишектәр көнө уҙғара. Сараға республикабыҙҙағы бүлексә лә ҡушыла. Теләгән һәр кем республиканың Милли банкы бинаһында урынлашҡан музей менән таныша ала. XIX быуатта төҙөлгән архитектура комплексына килеүселәргә һирәк осрай тор­ған тимер аҡсалар, ялған аҡса яһаусы трафареттар күрһәтеләсәк. Экскурсия ваҡытында төр­лө викторина-кон­курс­тарҙа ҡатнашып, белем кимәлеңде тикшерергә була.

Г. ФАКИЛОВА.

Читайте нас: