+12 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
21 Сентябрь 2018, 16:17
Бүләккә – спорт майҙансығы
Баш ҡаланың Зәйнәб Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһында күп функциялы спорт майҙансығы асылды. Уның төҙөлөүен ике йыл тирәһе көткәйнеләр, ниһайәт, изге хыялдарын тормошҡа ашырырға «Аныҡ эштәр» проекты ярҙам итте.
– Яңы уҡыу йылында спорт майҙансығы асылыуы ата-әсәләр, балалар өсөн ҙур ҡыуаныс булды. Бының өсөн республика Башлығына, «Берҙәм Рәсәй» партияһына, Өфө моторҙар эшләү берекмәһенә рәхмәтлебеҙ. Спорт майҙансығы күптән кәрәк ине. Үҙебеҙҙең уҡыусылар ҙа, яҡын тирәлә йәшәгәндәр ҙә йыл әйләнәһенә килеп шөғөлләнә аласаҡ. Ул балаларға яңы еңеүҙәр яуларға ярҙам итеренә өмөтләнәбеҙ, – ти гимназияның директоры Булат Илшат улы Зинуров.
Күптән түгел генә сафҡа ингән спорт майҙансығы хәҙерге заман талаптарына яуап бирә. Яһалма резиналы ҡаплам түшәлгән, мини-футбол, баскетбол һәм башҡа спорт төрҙәре менән шөғөлләнеү өсөн бөтә уңайлыҡтары бар. Еңел атлетика, оҙонлоҡҡа һикереү, воркаут буйынса ярыштар ҙа үткәрергә була.
Әйткәндәй, был гимназияла балаларҙы спортҡа йәлеп итеү, сыныҡтырыу, ижади яҡтан үҫтереү буйынса ныҡ иғтибар бүленә. Белем усағында 20-гә яҡын түңәрәк эшләй. Ҡыҙҙар, малайҙар шахмат, туризм, еңел атлетика, тхэквондо, акробатика, нәфис гимнастика, ушу, волейбол секцияларында теләп шөғөлләнә. Милли көрәш тә үҫтерелә башлаған. Унда йөрөүселәр гимназия һабантуйында көстәрен һынап, етенсе синыфтан Кодиржан Саматов тере һарыҡ тәкәһе менән бүләкләнгән. Республика кимәлендәге төрлө спорт ярыштарында ла һынатмайҙар, призлы урындар яулап торалар.
Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.
Өфө ҡалаһы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән