+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
21 Сентябрь 2018, 14:36

Камил "Артек"ка бара

Ғәҙәттә, интернет селтәрендәге уйындарҙы яманларға күнеккәнбеҙ. Улар­ҙан зыяндан башҡа бер фай­ҙа ла булма­уы башыбыҙға һеңдерелгән. Ә шулай ҙа компьютер уйындарының да төрлөһө бар бит. Мәҫәлән, шундайҙарҙың береһе http://www. igra-jeka.ru/ сайтында «ЖЭКА: таҙа ҡала» тип атала. Ул ҡыҙҙар, егеттәрҙе хәҙерге заман технологиялары ярҙамында энергияны һаҡлау серҙәренә, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәр­ҙе кәметеү юлдарын белергә өйрәтә. Ундағы күренештәр Рәсәйҙә йәшәүсе Лазаревтар ғаиләһендә бара. Уларға мираҫҡа дүрт бүлмәле фатир ҡалдырылған. Тәүге ҡулланған торлаҡ-коммуналь хеҙмәте өсөн түләү квитанцияһы килгәс, ғаилә бындай ҙур сумманы ҡаплау ауыр булыуын аңлай. Бына ошо ваҡытта өй эйәһе Жэка ярҙамға килә.

Ә уның менән инде уйынсы идара итә. Төп маҡсаты – ғаиләне һаҡсылыҡҡа, хужалыҡты төплө алып барырға һәм булғандың артығын исраф итмәҫкә өйрәтеү. Бының өсөн нимә кәрәк? Беренсенән, иҫке ҡоролмаларҙы энергия һаҡлаусы яңыларына алмаштырырға. Икенсенән, коммуналь сығанаҡтарҙы үлсәп кенә тотонорға һәм түләүҙәрҙе кәметергә. Өсөнсөнән, күп фатирлы йорт менән идара итергә өйрәнергә. Шул ваҡытта һаҡлап ҡалған уйын аҡсаларына яңы көнкүреш техникаһы, ҡоролмалар йәки яҡындарыңа бүләк алып була. Уйында ла, тормоштағы кеүек, өйөңдә уңайлы һәм ҡотло булыуға уңыш, кәйеф һәм ғаилә бәхете бәйләнгән. Бөгөн уның «Фатир», «Өй», «Квартал», «Таҙа ҡала» кимәлдәре булдырылған.
Был сайтта уҙғарылған чемпионатта Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан уҡыусылар ҡатнаша. Ошо компьютер уйыны сиктәрендә сентябрь башында «Өфө – таҙа ҡала» киберспорт турниры ла уҙғарылды. Унда баш ҡала мәктәптәренән VII – XI синыфтар уйнаны. Ике көнлөк ярышта барлығы 52 мең 734 уҡыусы көсөн һынаны. Турнир үткән саҡта беҙгә торлаҡ-коммуналь хужалығын реформалауға булышлыҡ итеүсе фонд вәкилдәре лә килгәйне.
Уйында еңеүселәр тип VII – VIII синыфтар араһынан 84-се татар гимназияһы уҡыусыһы Камил Мәхмүтгәрәев таныл­ды, IX – XI синыфтар араһынан иң-иңе – 123-лицейҙан Саша Гришин. Улар һәм II, III урынды яулаусылар дипломдар менән бүләкләнде. Ә иң төп приз Камилға эләкте. Уға «Артек» халыҡ-ара балалар үҙәгенә юлламаға сертификат тапшырылды.
– Бик яҡшы егет. Бөтә сараларҙа әүҙем ҡатнаша. «Артек»та ял итеп ҡайтҡас, ҡала хакимиәтендә йыйылышта сығыш та яһаясаҡ. Беҙ уның менән ғорурланабыҙ, – тип маҡтай үҙен гимназия директоры Рауил Рифҡәт улы Иҙрисов.
Әйткәндәй, был гимназия уҡыусылары һәр яҡлап күптәргә өлгө булырлыҡ. Әленән-әле Сипайлово биҫтәһендә йылға буйҙарын таҙартыу эштәрендә, өмәләрҙә әүҙем ҡатнашалар. Афариндар!

Г. ИБРАЕВА.
Читайте нас: