+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
21 Сентябрь 2018, 14:32

Замандан артта ҡалмайбыҙ

Районыбыҙ белем усаҡтарында уҡыу­сыларҙа инженер һөнәренә ҡыҙыҡһы­ныу уятыу, уларҙы техник ижадҡа, фәнни-тикшеренеү эштәренә йәлеп итеү 2015 йылда уҡ башланғайны. Тәүге ро­бот техникаһы түңәрәктәре Сиҙәм, Өфө, Аҡъяр мәктәптәре базаһында асылды. Был йәһәттән район хакимиәтенә рәхмәтлебеҙ, ҡаҙнанан 649 мең һум аҡса бүлеп, ҡоролмалар алырға ярҙам иттеләр.

Ошо уҡ уҡыу йылында III – VIII синыфтар өсөн Әбеш мәктәбендә робот техникаһы буйынса йүнәлешле лагерь ойошторолдо. Унда районыбыҙҙың төрлө белем усаҡтарынан 20 бала ял итеп кенә ҡалманы, төрлө робот моделдәрен төҙөргә, программаларға ла өйрәнде. Смена һуңында шорт-трек, сумо, атлаусы роботтар ярыштарында ҡатнашып, ҡыҙҙар, малайҙар тырышып-тырмашып ижад проекттарын да яҡланы.

Хәҙер инде Аҡъярҙағы 3-сө «Шатлыҡ», «Йәйғор», «Бәпембә» балалар баҡсаларының әҙерлек төркөмөнә йөрөүселәре лә бында шөғөлләнә. Педагогик мәғлүмәт бүлеге методистары кескәйҙәр өсөн робот техникаһы менән эшләү программаһын төҙөнө, Lego Education WeDo 2.0 конс­трукторҙарын алыр өсөн район ҡаҙнаһынан тағы 150 мең һум аҡса тотонолдо.

Әле бәләкәстәр был түңәрәктәргә бик теләп йөрөй. Үҙ ҡулдары менән роботтар яһап, махсус программа, командалар ярҙамында уларҙың хәрәкәтләнеүен күреү кескәй бала өсөн ҙур ҡыуаныс, фекерләү ҡеүәһе арта, ижади яҡтан да үҫешә.

Йәш инженерҙарыбыҙ ярыштарҙа ла һынатмай. Быйыл май айында 3-сө «Шатлыҡ» балалар баҡсаһында Lego Education WeDo 2.0 конструкторҙары ярҙамында төҙөлгән ижади эштәрҙең конкурс-күргәҙмәһе үткәрелгәйне. Унда кескәйҙәр ҙә ҡатнашып, тәжрибә тупланы. Сиҙәмдәге «Робобайт», Аҡъяр­ҙағы «Айтишниктар» командалары район, «Роболига», «РобоФест» республика конкурстарында ла уңышлы сығыш яһап, призлы урындар яулай. Ике йыл рәттән – 2016, 2017 йылдарҙа Си­ҙәмдең йәш конструкторҙары Башҡорт­остан исеменән Мәскәүҙә лә үҙҙәренең көсөн һынап ҡараны. Уларҙың етәк­селәре – «Робофест – 2018» Бөтә Рәсәй робот техникаһы буйынса педагогтар араһында «Кегельринг-төҫ» номинацияһында, робот техникаһы һәм инжиниринг буйынса республика бәйгеһендә, техник йүнәлешле программалар конкурсында I урын яулаусы Ришат Рәшит улы Хөсәйенов үҙебеҙҙең төбәктә ойошторол­ған фестивалдә эш тәжрибәһе менән дә уртаҡлашты.

Хәҙерҙән үк алдағы көндәрҙә был һөнәр эйәләренең хеҙмәт баҙарында иң талап ителгәндәрҙең береһе булырын күҙалларға мөмкин. Әле инде робот техникаһы, конструкция төҙөү менән шөғөлләнгән, мауыҡҡан балаларҙан бына тигән инженер­ҙар үҫеп сығыр, тип өмөтләнәбеҙ.

Сәлимә БАЙГИЛДИНА.
Хәйбулла районы.


Читайте нас: