-1 °С
Болотло
VK
OK
Telegram
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
28 Сентябрь 2018, 18:03
Һаулыҡ көнө
Һәр кем үҙенең һаулығын һаҡларға һәм ҡәҙерләргә тейеш. Сөнки ул – Хоҙай тарафынан бирелгән иң ҙур байлыҡ. Өлкәндәр ҙә, сәләмәтлегең бар икән, бөтәһе лә була, ти бит.
Беҙҙең Өмөтбай мәктәбендә Һаулыҡ көнөнә арналған күңелле турслёт үтте. Ә унда спорт һәләтлеге генә түгел, зирәклек, сослоҡ, аҡыл да, белем дә кәрәк ине. Шулай көҙгө матур бер көндә тәбиғәт ҡосағында бөтә мәктәп уҡыусыларын дүрт командаға бүлгәс, ысын мәғәнәһендә ҡыҙыу ярыш башланды. Беҙгә карта төшөрөлгән ҡағыҙ тапшырылды. Иң беренсе эш – маршрутты дөрөҫ билдәләп, Гүзәлиә Әсләм ҡыҙын табып, уның ҡушыуы буйынса тиҙ генә иң күп дарыу үләндәре исемлеген яҙыу кәрәк ине. Быны башҡарғас, аҙымлап һанап Альбина Вәкил ҡыҙы янына килдек. Унда беҙ «һаҙлыҡ»тан батмай ғына үттек. Бәләкәй синыфтыҡылар ситкә баҫҡан өсөн штраф ваҡыты бирелде. Артабан йүнәлеште билдәләп, Шәүрә Ғөзәйер ҡыҙы янына килдек. Ул билдәле яҡташтарыбыҙҙың исемдәре яҙылған ҡағыҙ бирҙе. Беҙҙең бурыс уларҙың кем икәнен әйтеү ине. Төрлө урында эшләгән яҡташтарыбыҙҙың ҡайһы берҙәрен белмәгән өсөн оят булды.
Гөлсинә Рәйес ҡыҙын эҙләп тапҡас, ике шырпы ярҙамында бәйле торған епте өҙҙөк. Иң ауыры Дилә Ислам ҡыҙы янында тәүге ярҙам күрһәтеү булғандыр. Был эш тә шулай уҡ ваҡытҡа башҡарылды. Ҡыҙҙар табип оҫталығын күрһәткәнсе, егеттәр носилка эшләне. Һуңғы һынау бөтә команда менән канат буйлап үтеү ине. Бында ла һәр яңылышлыҡ өсөн Азамат Фәнил улы өҫтәмә штраф ваҡыты – 30 секунд яҙып ҡуйҙы.
Бына финишҡа килеп еттек. Бөтә командалар ҙа йыйылып бөткәс, Рәзилә Таштимер ҡыҙы һәм Миләүшә Сәрүәр ҡыҙы ҡайнатҡан сәй, Рәмилә Таштимер ҡыҙы бешергән тәмле бутҡа менән һыйланыр өсөн табынға йыйылдыҡ.
Был көнөбөҙ бик күңелле һәм ҡыҙыҡлы үтте. Күп яңы нәмәләр белдек. Команда капитаны булған егеттәр, юғары синыф ҡыҙҙары үҙҙәренә яуаплылыҡ алып, ярышты матур итеп ойоштороп йөрөнө. Уларға һәм уҡытыусыларыма ҙур рәхмәт!
Азалиә КАМАЛОВА.
Баймаҡ районы, Өмөтбай мәктәбе.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Матбуғат
17 Май , 10:58
Яҙыл да бүләк от!
Новости партнеров
Электрон тәмәке тартыусылар иғтибарына!
Башкирская шаль стала официальным брендом Зианчуринского района Башкирии
Дүртөйле районы башлыгы МХО яугирләреннән сәлам җиткерде
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...