Бәйге шарттарына ярашлы, ҡыҙҙар һәм малайҙар йәй дауамында 20-нән ашыу китап уҡырға һәм номинациялар буйынса ижади эш башҡарырға тейеш ине. «Иҫке әкиәтте – яңыса» тигәнендә Рәсәй халыҡтары әкиәттәренә ҡарата фанфик яҙырға, «Әкиәттәр – серле донъя» исемлеһендә яратҡан халыҡ әкиәте сюжеты буйынса һүрәт төшөрөргә, «Китаптың мәңгелек юлдашы» бәйгеһендә үҙ ҡулдарың менән китап ҡыҫтырғысы эшләргә тәҡдим ителде. Ижади эштәрҙән ойошторолған күргәҙмә лә матур ине.
Иң күңелле мәл – бүләкләү өлөшөн һәр кем тулҡынланып көтөп алды. Тәүҙә «Йәйге уҡыу лидеры» исеменә лайыҡ булған Исламбай вәкиле Динар Халиҡовты тәбрикләнеләр. Артабан номинацияларҙа еңеүселәр бүләкләнде. Иҫке әкиәтте яңыса яҙыусылар араһында беренсе урын – Иҫке Мөсәттән Йәмилә Биктановаға, икенсе урын Байназарҙан Вәсилә Әйүповаға бирелде. Өсөнсөгә Мораҙымдан Мәүлиҙә Әминева менән Ҡотандан Нурсиә Нәҙершина сыҡты. «Әкиәттәр – серле донъя» номинацияһында беренселекте Аҫҡарҙан Гөлсимә Мырҙабулатова алды. Ғәлиәкбәрҙән Таңсулпан Исламбаева менән Ҡолғананан Гөлмирә Вәлиева – II, Әтектән Гөлшат Сәлихова менән Ғәҙелгәрәйҙән Шәүрә Сәғитова өсөнсө урын яуланы. «Китаптың мәңгелек юлдашы» номинацияһында беренсе урынды – Килдеғолдан Розалиә Көмөшбаева, икенсе урынды Иҫке Монасиптан Яҙгөл Йомағолова алды. Нәбиҙән Розана Сафинаға дәртләндереү призы тапшырылды.