-9 °С
Болотло
Telegram
Тестар
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
28 Сентябрь 2018, 15:40
Fаиләләр бәйгеһе
Быйыл иң яҡшы тип табылған дүрт ғаилә «Йәй һәм китап» конкурсының финалына сығып, «Родина» кинотеатрында тылсымлы ғаиләләр турнирында үҙ-ара ярышты.
Был көндө улар араһында еңеүселәр билдәләнде, ҡатнашыусылар өсөн матур байрам ойошторолдо. Шулай итеп, Өфөнөң 17-се балалар китапханаһынан Николаевтар ғаиләһе бәйге еңеүсеһе тип табылды.
Ә ижади конкурста 19-сы балалар китапханаһынан Елизавета Белованың, 30-сы моделле балалар китапханаһынан Милана Пяткованың һәм 48-се балалар китапханаһынан Ольга Левтың китаптары иң яҡшыһы булып сыҡты. Китапханаларҙың ирекмәндәр командалары араһында Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге үҙәк балалар китапханаһының «Оптимистар»ы еңеүсе тип билдәләнде.
Сәлиә ӘХМӘТШИНА, китапханасы.
Өфө ҡалаһы.
Читайте нас в