+10 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Октябрь 2018, 12:05
Арыҫлан иң-иңе булды
Гимназиябыҙҙа шиғыр һөйләүселәрҙең «Илһам» смотр-конкурсы булып уҙҙы. Был сара ысын мәғәнәһендә оло байрамға әүерелде. Сәхнәнән гүзәл Тыуған илебеҙ, хозур тәбиғәтебеҙ, татыу ғаилә, уҡытыусыларға бағышланған бик күп шиғырҙар яңғыраны. Бөйөк шағирҙарыбыҙҙың йөрәккә үтеп инерлек ижад емештәрен уҡыусылар башҡорт һәм урыҫ телдәрендә ҙур оҫталыҡ менән һөйләп ишеттерҙе.
Мәктәп кимәлендә үткән бәйгелә барлыҡ конкурсанттар араһынан II «Б»нан Алиана Мортазина, IV «В»нан Алиса Нәҙершина, VII «Г»нан Лёша Лазарев, VI «А»нан Наҙгөл Ибраһимова, VII «А»нан Арыҫлан Хәмитов һәм ун беренсенән Камилла Ғәлина тасуири һөйләү, башҡарыу оҫталығы, сәхнәлә үҙен тота белеүе менән айырылып торҙо.
Район буйынса уҙған ярышта ла беҙҙең уҡыусылар һынатманы. Алиана – башҡорт, Алиса урыҫ телдәрендә сығыш яһап, башланғыс синыфтар араһында II урын яуланы, V – IX синыфтар бәйгеһендә Наҙгөл менән Лёша икенсе урын алды. Ә Арыҫлан Хәмитов районда иң-иңе булып танылды. Ун беренсенән Камилла Ғәлинаның да енеүсе булыуы беҙҙең өсөн ҡыуаныс.
Афарин, ҡыҙҙар һәм егеттәр! Ҡала кимәлендә уҙасаҡ бәйгелә лә үҙегеҙҙе иң-иңдәр итеп күрһәтегеҙ, йәме!
Илзирә ҒАРИФУЛЛИНА,
китапханасы.
Өфө ҡалаһы,
102-се башҡорт гимназияһы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән