+9 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
TikTok
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Октябрь 2018, 14:16
Ил ағаһы
Ҡобайыр Билдәле педагог-мәғрифәтсе, Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғарифы отличнигы Мөхәмәтғәле Ғәли улы Исҡужинға арнайым. Исҡужиндың аҡ исеменОнотмайыҡ, данлайыҡ.«Башҡортса уҡығыҙ!» – тигәнВасыятын аҡлайыҡ.Һа-ай! Ил ағаһы Мөхәмәт!Ихтирам һиңә, хөрмәт!
Милли мәктәптәр асыусы,
Мәғрифәткә өндәүсе,
Телебеҙ йәшәһен өсөн
Күп саралар күреүсе.
Һа-ай! Башҡорт улы Мөхәмәт!
Уҙаман, һиңә хөрмәт!
Һәр саҡ исемең данлана,
Халҡым һиңә һоҡлана.
Хаҡ эштәрең дә һаҡлана,
Аманатың аҡлана!
Һа-ай! Ил ағаһы Мөхәмәт!
Ихтирам һиңә, хөрмәт!
Фидалиә ҠАРАҘБАЕВА, VIII синыф уҡыусыһы.
Күгәрсен районы, Мораҡ башҡорт гимназияһы.
Читайте нас в