-4 °С
Ҡар
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Октябрь 2018, 12:00
Музейҙары бай икән!
Яңыраҡ синыфыбыҙ менән Темәс ауылындағы тыуған яҡты өйрәнеү музейында булып ҡайттыҡ. Был экскурсияға беҙ «Көҙгө бал» байрамында I урын алған өсөн барҙыҡ. Бының өсөн ауыл хакимиәтенә ҙур рәхмәт. «Ғаилә йылына ҡарата иң үҙенсәлекле сәскә композицияһы» номинацияһында һәм йырға-бейеүгә иң маһир синыф булараҡ, концерт номерын да иң ҡыҙыҡлы итеп әҙерләгән өсөн еңеүсе булғайныҡ.
Экскурсия ныҡ оҡшаны. Музейҙа бигерәк тә Зәки Вәлидиҙең һәм башҡа билдәле шәхестәрҙең тере һымаҡ баҫып торған балауыҙ һындары, башҡорттарҙың үҙ илен яҡлап сыҡҡандағы тәүге ихтилал һынланышы иҫ китмәле ине. Музей хеҙмәткәренең матур итеп аңлатып һөйләүе һәм ул үткәргән викторина ла күңелгә ятты. Боронғо ҡоралдар менән ныҡ ҡыҙыҡһынып ҡайтҡан егеттәр, беҙҙә лә эҙләп ҡарарға кәрәк, ер аҫтында күптер әле, тип белдерҙе.
Наҙгөл ОМОРҘАҠОВА, IX синыф уҡыусыһы.
Баймаҡ районы, Ишбирҙе мәктәбе.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән