Ирекмәндәрҙе дәртләндереп, сәмләндереп тороусы һабаҡташтарым Динә Күскилдина, Эльвира Алсынова, Салауат Дәүләтҡолов, Миңлегөл Нураева, Динислам Яҡшыбаевтар булғанда, беҙҙең «Арғымаҡ»тар ярты юлда туҡтап ҡалмаясаҡ. Әйткәндәй, уҡыу йылы аҙағында гимназиябыҙҙа йыл йомғаҡтары буйынса еңеүсе синыф булып бүләкләнгәйнек һәм әле яңыраҡ иң әүҙем, тырыш, берҙәм икәнлегебеҙҙе йәнә бер тапҡыр иҫбатланыҡ.
Беҙҙең интернат-гимназияла йыл һайын үткәрелгән «Һаулыҡ көнө» лә Ирекмәндәр йылына бағышланды. Төрлө этаптарҙан торған эстафета турҙарын үтеп, сәмләнеп ярыштыҡ. Дәртле йырҙар йырлап, ҡырҙа саф һауала матур ял итеп ҡайттыҡ. Беҙҙең «Арғымаҡ» ирекмәндәр командаһы ла был ярышта ҡатнашмайынса ҡалманы. Үҙебеҙ уйлап сығарған ярыш тураһында йыр башҡарып, һәр бер этапты лайыҡлы үтеп, жюриҙы таң ҡалдырҙыҡ һәм тағы I урын яуланыҡ.
Юҡҡа ғына: «Тырышҡан – мораҙына ирешкән», – тип әйтмәйҙәр бит. Юғары маҡсат ҡуйып, гел алға әйҙәүсе хөрмәтле тәрбиәсебеҙ Нурия Нуриман ҡыҙы Туйсинаға рәхмәтлебеҙ. Кешегә изгелек эшләгән һайын ул үҙеңә меңләтә әйләнеп ҡайта, тигәнгә беҙҙең «Арғымаҡ» ирекмәндәр төркөмө тоғро ҡалырға тырыша.