Ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан тарихы буйынса төрлө һорауҙар менән уйын станциялары көтә ине. Еңеү өсөн командаларға нисек тә күберәк мәрәй йыйырға кәрәк. Мауыҡтырғыс сәйәхәт береһен дә битараф ҡалдырмағандыр. Йәштәр ҙур ҡәнәғәтлек менән бирелгән эштәрҙе башҡарҙы, башҡорт әҙәбиәте, башҡорт халҡының тарихы, республиканы данлаған һәм уның үҫеше өсөн күп көс һалған шәхестәр, милли символикалар, иҫтәлекле урындар тураһындағы һорауҙарға яуап бирҙе. Иң ауыр станцияларҙың береһе – республика райондарының гербтары һәм флагтары. Барыһын да ҡайҙан белеп бөтәһең инде?
– «Минең республикам» квест-уйыны йәштәрҙе Башҡортостандың тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәтеүгә йүнәлдерелгән. Уйын аша ҡатнашыусыларҙың милли йолаларға, һөнәрҙәребеҙгә, әҙәбиәткә ҡыҙыҡһыныуы артасаҡ һәм ошондай саралар артабан да уҙғарыласаҡ, – ти ойоштороу комитеты ағзаһы, Башҡортостандағы «Берҙәм Рәсәй»ҙең «Йәштәр гвардияһы» етәксеһе