+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
2 Ноябрь 2018, 14:02

Күңелле каникул көндәре

Көҙгө каникулды бик көтөп алдым. Ял башланыу менән синыфташтарым, синыф етәксебеҙ Алеся Әсҡәт ҡыҙы Ғәлимова менән бергәләп «Родина» кинотетрына «Смолфут» йәнһүрәтен ҡарарға барҙыҡ.

Көҙгө каникулды бик көтөп алдым. Ял башланыу менән синыфташтарым, синыф етәксебеҙ Алеся Әсҡәт ҡыҙы Ғәлимова менән бергәләп «Родина» кинотетрына «Смолфут» йәнһүрәтен ҡарарға барҙыҡ. Бик ҡыҙыҡлы ғына икән. Фильм тауҙар араһында йәшәгән йетиҙар һәм смолфуттар тураһында ине. Мауығып, көлә-көлә ҡараныҡ.

Йәнһүрәт тамамланғас, KFC-ға барып, үҙебеҙгә оҡшаған ризыҡтар, һуттар менән һыйландыҡ. Барыбыҙға ла оҡшаны.

Рамаҙан ИҠБАЕВ, V «В» синыфы уҡыусыһы.

Өфө ҡалаһы, Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы.
Читайте нас: