+16 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
9 Ноябрь 2018, 14:49
Мәңге йәшәр беҙҙең йөрәктәрҙә
Республикабыҙҙа бөйөк шағирыбыҙ Мостай Кәримдең 100 йыллығын билдәләргә йыйыналар. Шул айҡанлы хәтер кисәләре уҙғарыу әүҙем бара. Беҙҙең гимназиябыҙ ҙа унан ситтә ҡалманы. Мәғариф алдынғыһы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәғиҙә Хабрахман ҡыҙы Сәйфуллина һәм VI «А» синыфы уҡыусылары «Мостай Кәрим – әҙәбиәтебеҙ ғорурлығы» тигән бик фәһемле, ҡыҙыҡлы ижади-музыкаль кисә ойошторҙо.
Республикабыҙҙа бөйөк шағирыбыҙ Мостай Кәримдең 100 йыллығын билдәләргә йыйыналар. Шул айҡанлы хәтер кисәләре уҙғарыу әүҙем бара. Беҙҙең гимназиябыҙ ҙа унан ситтә ҡалманы. Мәғариф алдынғыһы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәғиҙә Хабрахман ҡыҙы Сәйфуллина һәм VI «А» синыфы уҡыусылары «Мостай Кәрим – әҙәбиәтебеҙ ғорурлығы» тигән бик фәһемле, ҡыҙыҡлы ижади-музыкаль кисә ойошторҙо.
Элина Харрасова менән Айҙар Мортазин алып барыусылар булараҡ, тормошона байҡау яһаны, тамашасыларға ижады тураһында бай мәғлүмәт еткерҙе. Арыҫлан Хәмитов, Тимур Мөҡсимов, Вилдан Сәғәҙәтов һәм Сыңғыҙ Ғарифуллиндарҙың «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» әҫәрен сәхнәләштереп, өҙөк күрһәтеүе бик оҡшаны. Арыҫландың Кендек ролен ныҡ килештереп башҡарыуы күңелдәргә хуш килде. Афарин! III «А» синыфынан Гөлнәзирә Ғарифуллинаның – «Һауаларҙа, бейектәрҙә», Ильяс Хисаметдиновтың – «Россиянмын» һәм Фаил Абҙаҡовтың «Өс мөғжизә» (синыф етәкселәре – Г. Хужәхмәтова) шиғырҙарын тасуири, мәғәнәһен аңлап, башҡаларға еткерерлек кимәлдә һөйләй белеүе байрамға йәм өҫтәне. VI «А» синыфы ҡыҙҙары Луиза Авзалетдинова, Алина Ниғәмәтова, Элина Харрасова ла Мостай Кәрим ижадын ярата икән. Шиғырҙарын үҙҙәренә генә хас бер нәзәкәт менән уҡып ишеттерҙеләр. Ә Наҙгөл Ибраһимова иһә һәр кемгә лә таныш, күңелгә яҡын «Уҡытыусыма» йырын бүләк итте.
Ғөмүмән, гимназиябыҙҙа Мостай Кәримдең әҫәрҙәрен яратып уҡыйҙар, ятлайҙар, сәхнәләштерәләр. Тимәк, халыҡ шағирының данлы ижады бик күп йылдар буйы киләсәк быуындың хәтерендә мәңге һаҡланасаҡ!
Илзирә ҒАРИФУЛЛИНА, китапханасы.
Өфө ҡалаһы, 102-се башҡорт гимназияһы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән