Һеҙ һүрәттә Илкәнәй мәктәбенең V синыф уҡыусыһы Руслан Мөхәмәтшинды күрәһегеҙ. Белем усаҡтарында бик маҡтайҙар үҙен. Шулай булмай ни, беренсе синыфтан уҡ «Урал батыр» эпосын ятлап, район бәйгеләрендә алдынғы урындарҙы алып килә бит. Һай, афарин да инде!
– Киләсәктә лә һынатмаҫ әле, беҙҙе ҡыуандырып ҡына торор. Уға ышанабыҙ, – ти директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Гөлдәр Шәфҡәт ҡыҙы Шәмсетдинова ла.
Үҙе һәр яҡлап һәләтле малай ул. Бер байрам сараһы ла унһыҙ үтмәй. Йырлау, бейеүгә уны ғына ҡуш инде. Нәфис һүҙ һөйләүгә лә оҫта. Белем усаҡтарында эшләп килгән театр түңәрәгендә әүҙем шөғөлләнә. Һүрәт төшөрөүгә лә әүәҫ. Уны күптәргә өлгө итеп ҡуйырға була. Афарин, Руслан!