+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
23 Ноябрь 2018, 15:47

Төп Шыршы байрамы

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Башҡортостан Республикаһында Яңы 2019 йылды байрам итеү тураһында»ғы Указға ҡул ҡуйҙы.

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Башҡортостан Республикаһында Яңы 2019 йылды байрам итеү тураһында»ғы Указға ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, төп Яңы йыл шыршыһы 21 декабр­ҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙасаҡ.

Байрамға, ғәҙәттәгесә, уҡыу алдынғылары, олимпиадаларҙа һәм спорт ярыштарында еңеүселәр, төрлө фес­тиваль лауреаттары, хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрбиҙәрҙең һәм эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең, аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләрҙең балалары һәм сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикләнгәндәр саҡырыла. Улар өсөн Өфөлә өс көнлөк ял ойошторола. Республиканың төп Шыршы байрамында ҡатнашыусыларға Яңы йыл бүләктәре тапшырыла. Шулай уҡ биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙең балалары өсөн дә Ҡыш бабай күстәнәстәре әҙерләнгән.

Бынан тыш, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған етем, махсус белем биреү учреждениеларында белем алған балаларға матди ярҙам күрһәтеләсәк.

Район һәм ҡала хакимиәттәренә үҙ һәм йәлеп ителгән аҡса иҫәбенә
биләмәләрендә балаларҙы саҡырып, етем, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған,
балалар йорттарында, социаль приюттарҙа һәм интернаттарҙа тәрбиәләнеүсе
балаларға, инвалидтарға бүләктәр тапшырыу менән байрам тамашаһы
ойоштороу ҙа йөкмәтелә.
Читайте нас: