+15 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
20 Декабрь 2018, 18:01

«Тимербатыр»ҙа ял иткең килһә...

Ҡышҡы каникулығыҙҙы нисек үткәрергә уйлайһығыҙ, дуҫтар? Өйҙә генәме, әллә ҡайҙалыр ҡунаҡҡа барырға йыйынаһығыҙмы?

Ә бына Бөрйән районы Әбделмәмбәт мәктәбенә «Тимербатыр» робот техникаһы лагерына ял итергә килеүселәр бер ҙә отолмай ул. Сит ил ҡунағы-вожатый менән рәхәтләнеп инглизсә һөйләшергә лә өйрәнәләр, экскурсияларға ла йөрөйҙәр, робот техникаһы, инженерия, 3-Д моделен яһау буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә алалар. Уҡ атыу, атта һыбай йөрөү, төрлө уйын программалары ла ҡаралған. Шәп, эйе бит? Каникул мәлендә лагерь 7-нән 15 йәшкә тиклемгеләр өсөн 2019 йылдың 5 ғинуарынан 11 ғинуарына тиклем ойошторола. Теләүселәр хәҙерҙән үк белешеп ҡуя ала.
Читайте нас в