+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
28 Декабрь 2018, 16:17

Төп Шыршы байрамы

Баш ҡалабыҙҙың «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙған республика Башлығы Шыршыһы байрамында төрлө район-ҡалаларҙан 780 балаға ҡатнашыу бәхете тейҙе. Улар – уҡыу алдынғылары, төрлө олимпиада, конкурс, спорт ярыштары еңеүселәре, фес­тиваль лауреаттары, күп балалы ғаиләләрҙән, хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрбиҙәрҙең, эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең, аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләрҙең балалары, сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикләнгәндәр.

Байрамға килеүсе ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн матур саралар ҙа әҙерләнгәйне: клоун­дарҙың тамашаһын ҡарап кинәнделәр, Ҡыш бабай, Ҡар­һылыу һәм башҡа әкиәт геройҙары менән бергәләп шыршы тирәләй уйнап, бейеп күңел астылар. Яңы йыл фотобиләмәләрендә иҫтәлеккә фотоға ла төштөләр.
Шыршы байрамына Әб­йәлил районынан уҡыусылар­ҙы Гөлфирә Сабир ҡыҙы Хәкимова алып килгәйне. Береһенән-береһе һәләтле, тырыш икән үҙҙәре. Булат мәктәбенән Фәнилә Ғүмәрова, мәҫәлән, районда үткән төрлө йыр конкурстарында гел беренсе урын яулай. Өс йәштән көй-моңдо үҙ иткән ҡыҙ «Сулпылар» телевизион йыр бәйгеһендә лә көсөн һынағаны бар. Ташбулат мәктәбенән Илнара Бәшәрова башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадаларҙа призлы урындар­ға сыға. Быйыл үҙенең икенсе шиғырҙар китабын ҡулына алып һөйөнгән. Маладис та инде. Яңы Балапандан Лиана Дауытова өсөн дә Эт йылы уңыштарға бай булған. Йыр, бейеү конкурс­тарында шулай уҡ призлы урындар яулаған.
Шыршы байрамынан һуң бында килеүсе ҡыҙҙар, малай­ҙарға Ҡыш бабай бүләге – тәмлекәстәр, киләһе йыл символы булған уйынсыҡтар тапшырылды. Кү­ңелле саранан алған тәьҫораттар бик оҙаҡҡа етеп, балалыҡтың матур бер иҫтәлеге булып хәтерҙә ҡалыр.

Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.


Өфө ҡалаһы.


Читайте нас: