+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
28 Декабрь 2018, 16:37

Ҡыш бабай бүләктәре

Бына тағы ла бер йыл артта ҡала. Ул республикабыҙҙа Ғаилә йылы тип иғлан ителгәйне. Шул айҡанлы Башҡортостандың төрлө тарафтарынан бик күп хаттар алдыҡ. Шундай тырыш, уңған, өлгөлө ғаиләләр барлығына бергәләп ҡыуандыҡ.


Ғаилә йылына арнап республикабыҙҙа бик күп матур саралар, конкурстар уҙҙы. Уларҙы беҙ ҙә үҙебеҙҙең баҫмабыҙҙа яҡтыртып барҙыҡ. Шуларҙың береһе – «Өлгө ал» республика бәйгеһе. Унда 43 ҡала һәм райондан барлығы 107 ғаилә ҡатнашҡайны. Конкурс бик ҡыҙыу барҙы. Билдәле ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың ғаиләһе еңеүсе тип табылды. Уларға: «Афарин!» – тибеҙ.
Гәзит уҡыусылары менән көслө, тиҙәр. «Йәншишмә»гә яҙылып, уның менән даими бәйләнештә булған йәш дуҫтарыбыҙ ҙа күп. Илештән Лиана Гәрәева, Туймазынан Айгизә Абзалова, Баймаҡтан Шәһит Боҫҡонов, Азалиә Камалова, Өфөнән Руфина Лоҡманова, Илхан Арыҫланов, Учалынан Сөмбөл Йосопова, Әбйәлилдән Заһиҙә Рәжәповалар мәктәптәрендәге, үҙҙәре йәшәгән ауыл, ҡалалар­ҙағы яңылыҡтар менән уртаҡлашып торҙо. Уларға ҙур рәхмәт! Ә бына йәш хәбәрсе исеменә кемдәр лайыҡ булды икән? Бөрйәндән Зәлиә Алтынбаеваның хәбәрҙәре әллә гәзиттең һәр һанында сыҡҡан инде?

Сеү, ҡайҙандыр ҡурай тауышы ишетелә түгелме? Бәй, Ҡар­һылыуын эйәртеп, Ҡыш бабай килә бит, үҙебеҙҙең башҡорт Ҡыш бабайы. Ҡурайын да онотмаған. Эх-х, елкендереп бер бейеп алмайынса булмаҫ…

Бер аҙ күңел асҡас, Ҡыш бабай үҙенең фарманын уҡып ишеттер­ҙе:

– «Йәш хәбәрсе» тигән маҡтаулы исемгә быйыл Бөрйән районының Байназар мәктәбенән Зәлиә Алтынбаева, Баймаҡ районының Билал мәктәбенән Юлдаш Булатов менән Гөлфирә Нарынбаева, Бөрйән районының Әбделмәмбәт мәктәбенән Фирзәлиә Ҡарамышева, Әбйәлил районының Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназияһынан Нәркәс Баймырҙиналар лайыҡ, тип иҫәпләйем.

Ҡәҙерле йәш дуҫтарыбыҙ, һеҙҙең барығыҙҙы ла байрам менән ҡотлайым. Киләһе йылда ла шул әүҙемлегегеҙҙе юғалтмағыҙ, йәме. Был исем менән бергә һеҙ үҙ иңегеҙгә яуаплылыҡ та алдығыҙ. Шуны онотмағыҙ.

Яңы йыл менән! Ҡабан йылы уңыштар ғына килтерһен!

Читайте нас: