Балалар өсөн ғилем алырға иң һәйбәт мәл. Был осорҙа алған белем еңел үҙләштерелә һәм оҙаҡҡа хәтергә һеңә. Ҡул, өй эштәрен өйрәнеүгә лә ваҡыт бүлегеҙ. Ижади, эрудиция яғынан да үҫергә кәрәк. Файҙалы шөғөлдәр менән булмаһағыҙ, мейегеҙ икенсе кәрәкмәгән, тәүге осраған мәғлүмәтте һеңдерәсәк. Ә хәҙерге ваҡытта уның эскерһеҙ булыуына ышаныс юҡ.
Ҡуҙыларға сит телдәр менән шөғөлләнергә кәрәк, был уларға еңел бирелә.
Буғалар иғтибарҙарын аш-һыу әҙерләүгә йүнәлтә ала, сөнки был йәһәттән оҫталыҡ уларға тыумыштан бирелгән, хәҙер дөрөҫ йүнәлеш биреп ебәрергә генә кәрәк.
Игеҙәктәр яңы мәғлүмәтте күберәк дуҫтары менән бергәләп сәйәхәттәрҙә, төрлө музейҙарға, күргәҙмәләргә йөрөп үҙләштерәсәк.
Бәләкәй ҡыҫалаларҙы ла өлкәндәр күҙ уңынан ысҡындырмаһын. Уларға һәйбәт тиҫтерҙәренең компанияһында ғына булырға кәрәк.
Арыҫландар тәртипкә иғтибар итһен. Әлбиттә, гел тыйыу ғына һәйбәт түгел. Өлкәндәр уларға ыңғай юлды күрһәтергә тейеш.
Ҡыҙҙар өсөн күңелдәренә ятҡан бөтә нәмәне өйрәнеү өсөн уңайлы ваҡыт. Әммә улар хаосты яратмай. Бөтә эште эҙмә-эҙлекле алып барырға кәрәк.
Йәш үлсәүҙәрҙә тәүге һөйөү тойғоһо ярала башлай. Яуапһыҙ мөхәббәт булыуы ла мөмкин. Шуға ла өлкәндәр уларға был ҡатмарлы осорҙа дөрөҫ һығымталар яһарға ярҙам итһен ине.
Саяндарға донъяны танып-белеү өсөн киң офоҡтар асыла: тәүге тойғолар, аҡса эшләү өсөн тәүге мөмкинлектәр.
Уҡсыларҙы «ни өсөн?» тигән миллион һорау борсой. Уларға хатта атай-әсәйҙәре лә яуап табып бөтә алмай. Шуның өсөн уҡсыларға үҙҙәренә яуаптар эҙләргә: белешмә-китаптарҙы (интернетты түгел) ҡулланырға кәңәш ителә.
Кәзәмөгөҙҙәрҙең театраль һәләттәре йә оҫталыҡ эшенә ҡыҙыҡһыныуы уяна. Киләсәгегеҙҙе был шөғөлдәр менән бәйләргә уйламаһағыҙ ҙа, көсөгөҙҙө һынап ҡарарға мөмкин.
Һыуғоярҙарға йәне теләгән спорт төрө менән шөғөлләнергә кәңәш ителә. Квест үтеп ҡарау, походҡа барыу, йәғни үҙен һынап ҡарау һәйбәт. Әйткәндәй, бындай тәжрибәләр ҡайһы бер үҫмерҙәргә һөнәр һайларға ярҙам итә.
Балыҡтарға музыка ҡоралдары менән, ғөмүмән, музыка менән танышыу өсөн ҡулай мәл. Ял көндәрен күберәк концерт залдарында, театрҙарҙа үткәреү һәйбәт.
Был осорҙа ла өлкәндәр балаларын үҙ ихтыярҙарына ҡалдырмаһын ине. Иң мөһиме – сит, бик таныш булмаған кешеләргә ышанып тапшырмаҫҡа. Малайҙар һәм ҡыҙҙарға хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә, насар уйлыларҙан йырағыраҡ булырға кәрәк.
Ҡуҙыларҙың был осорҙа үҙҙәренең ныҡлығын тикшереп ҡарағыһы килә. Энергияларын спортҡа йүнәлтеү иң яҡшы ысул буласаҡ.
Буғалар өсөн сит телдәрҙе өйрәнеү, танып-белеү сәйәхәттәренә сығыу өсөн һәйбәт ваҡыт. Әлбиттә, йөкләмәне йәшкә ҡарап билдәләргә кәрәк.
Игеҙәктәрҙе көслө тойғолар биләп ала. Был тәүге һөйөү хистәре йәки дуҫлыҡ булырға мөмкин. Өлкәндәр балаларының яңы дуҫын ҡабул итһен ине.
Икенсе уҡыу йортона күсергә уйлаған ҡыҫалалар өсөн уңайлы ваҡыт. Һайлау менән дә яңылышмаясаҡһығыҙ, яңы урынға өйрәнеү ҙә ҡыйын булмаясаҡ.
Арыҫландарға нигеҙле физик көсөргәнешлелек кәрәк. Юғиһә, көстәрен ҡайҙа ҡуйырға белмәй, йәрәхәтләнеүҙәре, хатта бүтәндәр менән конфликтҡа инеүҙәре бар.
Ҡыҙҙарға һыуыҡ тейҙереүҙән һаҡланырға кәңәш ителә. Шифаханаға барып, һаулыҡты нығытып ҡайтыу ҙа ҡамасауламаҫ.
Үлсәүҙәрҙең дуҫтары менән аралары боҙолоуы ихтимал. Аҡыллы ғына бер ҡарарға килегеҙ.
Саяндарға был айҙарҙа теш табибына күренергә, теш гигиенаһы ҡағиҙәләрен үтәргә өйрәнергә кәрәк.
Уҡсылар «ниңә?» һорауына яуап эҙләүен дауам итә. Энциклопедия алығыҙ.
Кәзәмөгөҙҙәр диндең төрҙәре менән танышырға теләй. Бында өлкәндәр ярҙам итһә ине.
Һыуғоярҙарға үҙҙәрендә ғаиләгә ҡарата яуаплылыҡ тойғоһо тәрбиәләргә ваҡыт. Өйҙә берәй аныҡ эш алып, шуны һәйбәт итеп үтәргә өйрәнергә кәрәк.
Балыҡтарға атай-әсәйҙәре насар уйлы кешеләрҙе айырырға, уларҙан һаҡланырға өйрәнергә ярҙам итһен ине.