+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
11 Ғинуар 2019, 17:20

Ҡабан йылында тыуған улар

Айһылыу Мөхәмәтшина, Илнар Сәхибгәрәев, Рената Гәрәева, Розалина Хөснөтдинова, Лилиә Шагаева, Алина Ғиззәтуллина – был балалар барыһы ла – «ҡабандар», йәғни Ҡабан йылында тыуғандар. Улар Дәүләкән районының Ҡыҙрас мәктәбендә V синыфта белем ала. Айһылыу менән Илнар «бишле»ләргә генә өлгәшһә, Лилиә менән Рената – «дүртле» һәм «бишле»ләргә. Алинаның бер генә «өслөһө» сыҡҡан. Розалина ла уларҙан ҡалышмаҫҡа тырыша.

Күреүегеҙсә, көслө генә синыф.

«Һәйбәт, әүҙем балалар йыйылған. Тырыштар», – ти улар тураһында мәктәп директоры Флүрә Ғәли ҡыҙы Миңлеғәлина. Бишенселәр республикабыҙҙағы башҡа балаларға ла үҙҙәре кеүек тырыш булырға, яңы йылда уңыштар, бәхет, һәйбәт уҡып, яҡшы белем алыуҙарын теләп ҡалды.

Х. СӘЙҒӘФӘРОВА.

Читайте нас: