-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
11 Ғинуар 2019, 16:38

Мәктәпкә - билмән менән?

Киләһе аҙнанан уҡыу йылының иң оҙон сиреге башлана. Әммә һүҙебеҙ уҡыу тураһында түгел, ә туҡланыу хаҡында.

Һәр белем усағында ашхана булһа ла, унда ашарға йөрөргә теләмәгән уҡыусылар барлығы сер түгел. Ҡайһы берәүҙәр хатта өйҙәрендә бешерелгән ризыҡты контейнерға һалып килтереп, йылытып та ашай. Был аңлашыла ла: мәктәп ашханаларындағы аш-һыуҙың йылы, тәмле булмауына зарланыусылар етерлек. Атай-әсәйҙәр оҙон тәнәфестә ҡапҡылап алыр өсөн балаһының сумкаһына файҙалыраҡ ризыҡ һалып ебәрергә тырыша.
Ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт быны иғтибарһыҙ ҡалдырмай, әлбиттә. Әле бына мәктәпкә килтерергә ярамаған ашамлыҡтар исемлеген төҙөргә уйлайҙар. Тиҙ боҙолмай торғандарын ғына мөмкин, тиҙәр. Ашханала бешереү буйынса ла талаптар үҙгәрәсәк. Тиҙҙән был турала мәғлүмәт тулыһынса әҙер буласаҡ. Мәктәпкә килтерергә яраған ризыҡтар исемлегенә сәтләүек, емеш-еләк, кипкән емештәр инәсәк икән. Ашханала алюминдан эшләнгән һауыт-һабаларҙан ашау тулыһынса тыйыласаҡ.
Читайте нас: