– «Самрау» студияһы етенсе йыл эшләп килә. Унда шөғөлләнгәндәрҙең күптәре хәҙер ҙур сәхнәлә профессиональ артистар менән бергә уйнай. Байтағы ошо юлды һайлап, әлеге көндә Мәскәүҙә Щепкин исемендәге училищела уҡыуҙарын дауам итә. Бөгөнгө балаларҙың сығышын да күҙ йәштәре аша ҡарап ултырҙым. Киләсәктә уларҙың да һәр береһе үҙенең юлын табыр, – тип театрҙың художество етәксеһе Олег Закир улы Ханов бәләкәй йондоҙсоҡтарға уңыштар теләне.
Ошондай тамаша бүләк иткәндәре өсөн ҡуйыусы режиссёр, театрҙың талантлы актёры Урал Әминевкә, билдәле актрисалар Гөлфиә Рафиҡова (режиссёр ярҙамсыһы) менән Ирада Ҡадироваға (йыр буйынса педагог), хореограф Резеда Алтыншинаға һәм, әлбиттә, спектаклдә ҡатнашыусы барлыҡ балаларға ҙур рәхмәт.