Әлегә ҡала халҡына һаҡланырға, мохтажлыҡ булмаһа, урамға бик сығып йөрөмәҫкә кәңәш ителә. Медицина хеҙмәткәрҙәре көсәйтелгән режимда эшләй. Мәктәптәрҙә физкультура дәрестәре спорт залдарында ғына үтәсәк, балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре лә 1 февралгә тиклем тышҡа уйнарға сыҡмаясаҡ.