Презентация 29 ғинуарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһында була. Сарала спортсының хәләл ефете Нәзифә Ҡадирова, дуҫтары, хеҙмәттәштәре иҫтәлектәре менән уртаҡлашасаҡ. Ғабдраман Ҡадиров исемендәге клуб ағзалары һәм тәрбиәләнеүселәре лә ҡатнашасаҡ, махсус ҡунаҡ – мотоуҙышсы Николай Красниковтың килеүе көтөлә.
Фойела күргәҙмә ойошторола. Төп экспонат, әлбиттә, спортсының мотоциклы, шулай уҡ ғаилә архивынан фотолар ҙа ҡуйыласаҡ. Кисә бик үҙенсәлекле булмаҡсы, барығыҙ, дуҫтар.