+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
18 Ғинуар 2019, 15:33

Тәүге тапҡыр «Аҡыллы йорт» темаһына хакатон

Ооо! «Аҡыллы йорт»! Етмәһә һаулыҡтары буйынса мөмкинлеге сикләнгәндәр өсөн. Яңы проект бик ҡыҙыҡлы күренә түгелме? Бергәләп команда менән эшләү ҙә мауыҡтырғыс булыр һымаҡ.

Үткән шәмбе республика балалар белем биреү технопаркында беренсе тапҡыр «Аҡыллы йорт» темаһына проект-команда уйыны ойошторолдо. Уны икенсе төрлө хакатон тип тә атайҙар. Ә ул нимәне аңлата икәнен беләһегеҙме? Был термин 1999 йылда барлыҡҡа килгән, уйлап табыусылар форумы ул. Төрлө өлкәләге белгестәр – программистар, дизайнерҙар, менеджерҙар ниндәйҙер бер бирелгән мәсьәлә өҫтөндә эшләй. Марафон бер көндән бер аҙнаға тиклем дауам итә. Ә технопаркка йөрөүсе балалар ҡатнашлығында ойошторолған уйын өс сәғәт буйына дауам итте. Иң тәүҙә бында эшләп килгән электроника лабораторияһы, сәнәғәт дизайны, автоквантум, робоквантум, IT-квантум һәм VR/AR берекмәләренән берәр вәкил алынып, дүрт команда төҙөлдө. Унан инде буласаҡ инженерҙар бер секундтарын да әрәм-шәрәм итмәй, ижад лабораторияларына юлланды. Уларға бирелгән кейс буйынса эште тиҙ арала атҡарып сығырға кәрәк ине.
«Аҡыллы йорт»то һәр кем үҙенсә күҙаллап, уйлағандарын һынландырырға тырышты. Команда эше ҡайнаны ғына. Капитандары һәр береһенә эш бүлеп бирҙе: дизайнерҙар проектың биҙәлеше өсөн яуап бирһә, робоквантумдыҡылар legoEV3 нигеҙендә роботлаштырылған моделдәр уйлап тапты, макет эшләү һәм уны тәьмин итеү автоквантумдыҡылар иңенә төштө, VR/AR өҫтәлмә һәм виртуаль ысынбарлыҡты эшләне, IT-квантумдыҡылар программалауҙы үҙ өҫтөнә алды.
– Беҙ ике ҡатлы йортобоҙға электр утын һәм газды күҙәтеү аҫтында тотоусы яңы система ҡуйҙыҡ. Әгәр ҙә инвалид кеше кухнянан сыҡҡанда газды һүндерергә онотһа, барыһы ла автоматик рәүештә башҡарыласаҡ. Икенсе ҡатҡа менергә уңайлы булһын өсөн лифт та урынлаштырҙыҡ. Санузелды ла бөтә уңайлыҡтар менән эшләнек, – ти IT-квантум командаһының капитаны Әмирхан Әхмәтйәнов.
Улар эшләгән проекттарын уңышлы яҡлап, «Аҡыллы йорт» проект-команда уйынында еңеүсе тип танылды. Бөтә ҡатнашыусыларға ла сертификаттар тапшырылды.
Читайте нас: