+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
18 Ғинуар 2019, 15:36

Урамдар яҡтырыр, әммә…

2019 йылда Башҡортостанда урамдарҙы яҡтыртыу өсөн 583,7 миллион һум аҡса бүленәсәк икән. 2024 йылға тиклем 140 мең яҡтыртҡыс ҡуйыу планлаштырыла. Вәт, донъялар балҡып китер инде, Алла бирһә. Юғиһә, әле бит ҡайһы бер ауылдарҙа бер-ике бағанала ғына ут яна. Бөтә ҡара эштәр ҡараңғы ваҡытта башҡарыла, тиҙәр бит. Төндә урамда йөрөүе лә ҡурҡыныс.

Ҡараңғы тигәндән, комендант сәғәте тураһында ла онотоп ебәрмәгеҙ, уҡыусылар. Төнгө сәғәт 10-дан һуң урамға атай-әсәйегеҙ йәки һеҙҙе уллыҡҡамы, ҡыҙлыҡҡамы алған өлкәндәр менән генә урамға сыға алаһығыҙ. Олатай-өләсәй, туғандар менән дә ярамай, хоҡуҡ һаҡсылары протокол төҙөп, штраф сәпәйәсәк
Читайте нас: